

Күптәр бала тәрбиәләү мәшәҡәтле эш, тип уйлай һәм ишле бала табыуҙан ҡурҡа. Ә бына Оло Шаҙы ауылында йәшәүсе Ғариповтар балалары менән ғорурлана һәм уларға яҡшы тәрбиә биреүгә, тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам итеүгә бар тырышлығын һала.
— Йәш барған һайын балаларҙың беҙҙең төп байлығыбыҙ икәнен аңлай барам. Тормош иптәшем бар яҡлап та терәк булһа, балаларым — бәхетем һәм ҡыуанысым. Әсә булыу мине тормошта нимә мөһим, ә ҡайһы бер әйберҙәрҙең икенсе планда булыуын төшөндөрҙө. Мин — балаларҙы, балалар мине нимәгәлер өйрәтә. Әсә булыу — ҙур бәхет тә, ҙур яуаплылыҡ та, — ти күп балалы әсә.
Ишле ғаиләлә шатлыҡтар борсолоуҙарҙан күберәк. Ата-әсәнең күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыты юк. Ғаилә башлығы Динар Искәндәр улы ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеү өсөн бар тырышлығын һала. Ул Өфө районында эшләй. Хужабикә Наилә Наил ҡыҙы ла көндәлек мәшәҡәттәр менән мәшғүл. Күп балалы ата-әсә булыу — ҙур хеҙмәт. Улар балаларҙың яҡшы һәм насар, рөхсәт ителгән һәм тыйылған нәмәләр тураһында тәүге төшөнсәләре нәҡ ғаиләлә барлыҡҡа килеүен яҡшы аңлай.
Динар Искәндәр улы һәм Наилә Наил ҡыҙы балалары өсөн өлгө булырға тырыша. Уларҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтәләр. Хеҙмәт тәрбиәһе ярҙамында балалар ныҡлы, физик яҡтан көслө һәм теремек булып ҡына үҫмәй, киләсәк тормошта ауырлыҡтарҙы уңышлы еңеп сығыу өсөн кәрәкле күнекмәләр ҙә ала, тип ышана ата-әсә. Һәм был дөрөҫ тә, сөнки тап хеҙмәттә баланың холҡона нигеҙ һалына. Ғариповтар күп балалы ғаиләләр өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамынан файҙалана. Бының өсөн улар халыҡты социаль яҡлау органдарына рәхмәтле. Әммә ата-әсәнең был мәсьәләгә үҙ ҡарашы бар: әгәр ҙур ғаилә ҡорорға уйлағанһың икән, иң тәүҙә үҙ көсөнә таянырға кәрәк. Шунлыҡтан, ишле ғаилә ҙур баҡса һәм ярҙамсы хужалыҡ тота, ике һыйыр һәм күп итеп ҡош-ҡорт аҫрай.
Өлкән балалар ата-әсәгә бар яҡлап та ярҙам итә. Улдары Денис — Бөрө күп профилле һөнәри колледж студенты. Ҡыҙҙары Илнара менән Азалия тыуған ауылдарында мәктәптә уҡый. Уртансы улдары Илнарға әлегә ике йәш.
Февраль башында күп балалы ғаиләнең шатлығы тағы ла артты – бишенсе балалары тыуҙы. Улдары Алмаз Өфө ҡалаһында донъяға килә. Сабый өс килограмм 390 грамм ауырлыҡта, 52 сантиметр булып тыуа. Мишкә районының ЗАГС бүлеге начальнигы Алена Тереғолова йылы теләктәр әйтеп, бәхетле ата-әсәгә бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшыра.
— Ғаиләбеҙҙең ҙур булыуына шатмын, — тип хис-тойғолары менән уртаҡлаша Наилә Наил ҡыҙы. — Үҙем атай-әсәйемдең өлкән ҡыҙы, минән һуң һеңлем бар. Ә ирем күп балалы ғаиләлә үҫте. Ул — иң кесеһе, алтынсы бала. Динар менән икебеҙ ҙә Оло Шаҙынан. Мин хужалыҡҡа практикаға ҡайтҡас, дуҫлашып киттек, ул унда тракторсы булып эшләй ине. Шулай яҙмыштар бәйләнде, ғаилә ҡорҙоҡ. Башта ғаиләбеҙ ишле булыр тип планлаштырмағайныҡ, улыбыҙ тыуғас ҡыҙ тураһында хыяллана башланыҡ. Шулай бер-бер артлы тағы бер ҡыҙыбыҙ һәм ике улыбыҙ тыуҙы. Уларҙың барыһын да теләп һәм яратып таптым.
Был һөйкөмлө, изге күңелле ҡатынға ҡарайһың да, күп балалы әсә булыуҙың күңел торошо икәнен аңлайһың. Кемдер бер балаға ғүмер бирә лә икенсеһен тапмаҫ өсөн мең төрлө сәбәп эҙләй. Ә Наилә Наил ҡыҙы кеүек әсәләрҙе йәш тә, ауырлыҡтар ҙа ҡурҡытмай.
Илебеҙҙә күп балалы ғаиләләр иғтибар үҙәгендә. Башҡортостанда ла бындай ғаиләләргә һәр ваҡыт айырым хәстәрлек күрелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республика етәкселеге эшмәкәрлегендә ғаилә һәм демография темаһы айырым урын алып тора. Республикала 73,7 мең күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Биш йыл эсендә уларҙың һаны 14,7 меңгә артты.
Ҙур һәм татыу ғаилә йылын иғлан итеп, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, йәмғиәттең гармониялы үҫешеүенә шарттар тыуҙырыу өсөн мөмкинлек биргән Указға ҡул ҡуйып, Радий Фәрит улы: «Беҙгә ғаиләне, ғаилә ҡиммәттәрен, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау буйынса берлектәге эште дауам итергә кәрәк», – тип белдергәйне.
Фекер...
Диана Моратбаева, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары:
— Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан күп балалы ғаиләләр өсөн байтаҡ ташламалар ҡаралған. Ишле балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә ошондай иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы. Мишкә районының күп балалы ғаиләләре ташламалар менән әүҙем файҙалана. Район хакимиәте, “Ғаилә” үҙәге ошо категорияға ҡарағандарға һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Ғариповтарға килгәндә, дүрт балаға берҙәм пособие алалар, сөнки өлкәненә 17 йәш тулған. Әлеге ваҡытта күп балалы ғаиләләргә бирелә торған ер участкаһы алырға документтар йыялар. Мәктәптә балалар бушлай туҡлана.
Мишкә районы.
Светлана Тоймырҙина.