Йәнтөйәк
+23 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
13 Май , 09:25

Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!

81-се Еңеү яҙын Борай районында утты-һыуҙы кискән ике яугир ҡаршыланы.

Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!
Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!

Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы Борай районында ла ҙур тулҡынланыу һәм ойошҡанлыҡ менән йәмле үтте. 1941-1945 йылдарҙағы һуғышта Борай ҙа Еңеүгә ҙур өлөш индергән. Тәүге көндәрҙән үк илде һаҡларға бер меңдән ашыу ир-егет китә. Ә барыһы Борай районынан фронтҡа 14 меңдән артыҡ һуғышсы алынып, шуларҙың ете меңдән артығы яу ҡырҙарында ятып ҡалған йә хәбәрһеҙ юғалған. Бары тик 7174-е генә тыуған яҡтарына иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡан.
Ул ваҡытта ил һағына баҫҡан һалдаттарҙың әлеге көндә икеһе, Хоҙайға шөкөр, бик матур ғүмер итә. Байсаҡа ауылында йәшәүсе Миңлерәшит Сафиуллинға 5 майҙа 100 йәш тулды. Ә Ҡуҙбай ауылы ветераны Заһит Әхтәриев 10 июлдә бер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләйәсәк. Ҡасандыр киләсәк быуындың азатлығы өсөн үлем менән күҙгә-күҙ ҡарашырға тура килгән, ҡулдарында дуҫтарының ғүмере өҙөлгәнен күргән, һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе бөтөрөүгә, иҡтисадты күтәреүгә баһалап бөткөһөҙ көс һалған, матур тормош ҡороп, балалар үҫтереп, өлгөлө ғүмер кисергән кешеләр улар.
Миңлерәшит Сафиуллин — Байсаҡа ауылының иң өлкән кешеһе. Ул Ҡотлояр ауылында ябай ғаиләлә етенсе бала булып донъяға ауаз һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәһе ауырып вафат булғас, сабыйҙы апаһы Мәфтуха тормош иптәше Шәйслам менән тәрбиәгә ала. Бала саҡтан уҡ яҙмыш һынаған малай тырыш булырға, эште еренә еткереп башҡарырға өйрәнә.
Миңлерәшиткә 15 йәш тулғанда һуғыш башлана. Байсаҡа ауылынан 42 ир-атты һуғышҡа алалар. 17 йәше тулғас, Миңлерәшит тә ил һағына баҫа. Һуғыш тамамланғас та тыуған яғына ҡайтыу насип булмай әле уға. Хеҙмәтен Кореяла дауам итә. Унан һуң уны Владивостокка эшелондар һаҡларға күсерәләр. 1950 йылда ғына ҡайта тыуған ауылына. Һуғыштан һуң Миңлерәшит ағай 1982 йылға тиклем колхозда тракторсы булып эшләй. 1951 йылда Мәрзиә исемле ҡыҙ менән никах уҡытып, бергә йәшәй башлайҙар. Бер-бер артлы ҡыҙҙары һәм ике улдары тыуа. Балалары ла үҙҙәре кеүек бик уңған, тырыш булып үҫеп, оло тормошҡа аяҡ баҫа. Ейән-ейәнсәрҙәре лә ҡыуандыра Сафиуллиндарҙы.
2-се дәрәжә “Бөйөк Ватан һуғышы” ордены, “Японияны еңгән өсөн”, “Кореяны азат иткән өсөн”, Жуков, “Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” һәм бик күп юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән хөрмәтле ветеран. Әлеге көндә Миңлерәшит Шәислам улы Байсаҡа ауылында ҡыҙы Мәйсәрә тәрбиәһендә йәшәй.
100 йәшлек юбилей көнөндә оло хөрмәткә лайыҡ райондашыбыҙҙы район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев һәм район ветерандар советы рәйесе Наил Мәрдәнов килеп, ихлас тәбрикләне. Матур теләктәрен һәм йылы һүҙҙәрен еткерергә ауылдаштары ла йыйылғайны.
—  Һуңғы йылдарҙа ауылыбыҙҙа барған күп эштәрҙең башында иғәнәсе булараҡ аҡһаҡалыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миңлерәшит ағай Сафиуллин торҙо. Зыяратты ҡоймалап алыуҙа, мәктәп баҡсаһын рәтләүҙә, һуғыш яугирҙары иҫтәлегенә обелискы булдырыуҙа, шишмәне төҙөкләндереүҙә, ауыл урамдарына ваҡ таш һалыуҙа уның өлөшө бик ҙур. Ауыл башына тиклем һалынған 1,5 км араға ваҡ таш түшәү уның район хакимиәте башлығына мөрәжәғәте буйынса тормошҡа ашырылды, — тип ветеран тураһында йылы һүҙҙәр әйтте Борай 3-сө урта мәктәбе уҡытыусыһы Зилә Хәсәнова.
Икенсе ветераныбыҙ Заһит Әхтәриев та бар ғүмерен тыуған еренә хеҙмәт итеүгә бағышлай. Әле лә сафта ул. Ҡуҙбай ауыл биләмәһендә уҙған илһөйәрлек сараларында ғына түгел, районда үткәндәрендә лә ҡатнашырға тырыша. Заһит Рәхимйән улы 1926 йылдың 10 июлендә Ҡоҙаш ауылында тыуған. 1943-1944 йылдарҙа кесе сержант дәрәжәһендә Ҡытай-Корея сигендә хеҙмәт итә. 1944 йылда Сейсек һәм Канко ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. 1950 йылдың апреленә тиклем артиллерия полкында разведчик була. Шул йылдың сентябрендә демобилизацияланып ауылына ҡайта. 1950-1959 йылдарҙа Ҡуҙбай сельпоһында башта рәйес урынбаҫары, һуңыраҡ рәйес булып эшләй. 1959-1962 йылдарҙа — К. Маркс исемендәге колхозда партия ойошмаһы секретары, Силәбе совет-партия мәктәбен тамамлағандан һуң район комитетында инструктор, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаты директоры, 1972-1980 йылдарҙа — Ҡуҙбай ауыл Советы рәйесе, 1980 йылдан 1987 йылға тиклем, хаҡлы ялға сыҡҡансы, К. Маркс исемендәге колхозда агроном булып эшләй. Тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Хөрмәтле ветеран “Кореяны азат иткән өсөн”, “Японияны азат иткән өсөн” миҙалдары, 2-се дәрәжә “Ватан һуғышы” ордены һәм башҡа бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән.
Заһит ағай бик тыйнаҡ, сабыр, тәрбиәле кеше. Уның менән үткәндәр тураһында ла, бөгөнгө көн хаҡында ла рәхәтләнеп һөйләшеп ултырырға була.
Хөрмәтле һуғыш һәм тыл ветерандары, һеҙ беҙгә, йәштәргә, балаларға аяуһыҙ һуғыштың тере шаһиттары булараҡ, тыныслыҡтың ҡәҙерен белер өсөн кәрәк. Рәхмәт һеҙгә! Балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ, бүләләрегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтендә оҙаҡ йәшәгеҙ әле!
Венера Арысланова.
Борай районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас