

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы булдырған әҙәби награда положениеһына ярашлы, миҙал «Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн» тапшырыла.
– Награда яҙыусыларға ғына түгел, милли әҙәбиәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән сәхнә оҫталарына, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, сит ил граждандарына ла тапшырыла, – тип белдерҙеләр Башҡортостан Яҙыусылар союзында. – Яҙыусылар союзы идараһы ҡарары менән бөгөн Башҡортостандың мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һәм сәнғәтен байытҡан күренекле ижади шәхестәр бүләкләнде.
Рәми Ғарипов миҙалы менән бүләкләнеүселәрҙе республиканың Яҙыусылар берекмәһе рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Дәүләт Йыйылышы депутаты Рәмзиә Кәримова ҡотланы.
Миҙалға Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Гөлфиә Юнысова, Тамара Ғәниева, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Михаил Чванов, шағирә Дилә Булгакова, кинорежиссер Булат Йосопов, Өфө фән һәм технология университетының башҡорт филологияһы һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова һәм Салауат районының Арҡауыл ауылындағы Рәми Ғарипов музейы директоры Луиза Хәйретдинова лайыҡ булды.
Бүләкләү тантанаһын Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттарының йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре биҙәне. Сара Яҙыусылар йорто фойеһында күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.