Йәнтөйәк
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
13 Мая , 05:10

Эҫе көндәр күпме торор?

Бөгөндән эҫетә. Әммә зонттарҙы алып ҡуймай тороғоҙ: ҡайһы бер райондарҙа күк күкрәп көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Тәбиғәт нисә матур көн бүләк итер? 

Добавить в предпочтительные источники Google
Эҫе көндәр күпме торор?Эҫе көндәр күпме торор?
Эҫе көндәр күпме торор?

13 майҙан республикаға йылы һауа торошо килә тип ҡыуандыра синоптиктар. Һауа температураһы +23 градустан алып артабанғы көндәрҙә +29-30 градусҡаса күтәреләсәк. 

Әммә май айы бит әле ул: төньяҡ-көнсығышта күк күкрәп көслө ямғырҙар яуыуы көтөлә, таулы райондарҙа төндә һауа температураһы минусҡа төшөүе ихтимал. 

Ә эҫе көндәр ун көн тора тип фаразлана. Ай аҙағына температура бер аҙ түбәнәйә (+20 тирәһе). Июнь башы ла һалҡыныраҡ була һәм ике аҙнаға һуҙылған ямғырлы көндәр башланасаҡ. 

 

Автор фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас