

Калинники ауылында элек-электән йыр-моң һөйөүсе халыҡ йәшәй. Барлыҡ саралар ауыл клубының “Услада” фольклор коллективы ярҙамы менән ойошторола. Эшләп килгән түңәрәктәрҙә иһә күп бала шөғөлләнә: музыкаль инструменттарҙа уйнайҙар, йырлайҙар, бейейҙәр. “Поем на кухне всей страной” тапшырыуында еңеү яулап, Бөтә Рәсәйгә танылыу яулаған “Калинушка” ғаилә ансамбленә нигеҙ һалыусы Валентина Кулагина ла тап ошо ауылдан.
Сәләмәт тормош бәхетле кешенең йәшәү нигеҙе икәнлеген ауыл халҡы яҡшы белә. Шуға күрә бәләкәстәрҙән алып өлкән быуынға тиклем спорт менән әүҙем шөғөлләнәләр. Уҡыусылар йыл дауамында баскетбол, волейбол, теннис һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса турнирҙарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең таһыллығын иҫбатлаһа, мәктәпкәсә йәштәге төркөмдә халыҡ уйындарын үҙ итәләр. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған өлкәндәр скандинав йөрөшөнә сыға. Улай ғына түгел, саф һауала бергә йыйылғанда рус халыҡ йырҙарын башҡарырға яраталар. Улар рациональ, дөрөҫ туҡланыу режимын да һаҡлай. Шуға күрә сифатлы, шул уҡ ваҡытта тәмле ҡамыр аштарын, билмәндәрҙе бергәләп яһайҙар.
Калинники ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙары менән хаҡлы ғорурлана. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр менән мәктәптә осрашыуҙар ойошторола, китапханала “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” акциялары үтә. Ирекмәндәр, хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар, мәктәп уҡыусылары маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай, йылы ойоҡбаштар, бейәләй-бирсәткәләр бәйләй, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек әҙерләй, йылы хистәрен ҡушып, хаттар яҙа. «Өлкән быуын» федераль проекты сиктәрендә «Геройға йылылыҡ» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһында ҡатнашып, бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам ебәргәндәр. Улар ауылдаштарының имен-һау ҡайтыуына ышана һәм теләй. Еңеүҙең тиҙерәк килеүенә үҙҙәренең дә өлөшөн индерергә, йөрәк йылыһын бирергә, хәстәрлек күрһәтергә тырышалар.
Калинники халҡы шул уҡ ваҡытта ауылдың йәмен, ҡотон да һаҡлай белә. “Ауыл үҫә, ҙурая, матур йорттар төҙөлә, балалар тыуа. Әлеге көндә беҙҙә йәмғеһе 802 кеше йәшәй. Уларҙың 179-ы – балалар, 166-һы – пенсионерҙар. Ауылда шулай уҡ татыу 18 күп балалы ғаилә ғүмер итә. Ике ҡатлы мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл клубы, китапхана, Рәсәй почтаһы һәм Һаҡлыҡ банкы филиалдары, “Петр һәм Павел” ғибәҙәтханаһы халыҡтың йәшәйешен һәм файҙалы ялын тәьмин итә. Ауыл эшҡыуарҙары халыҡҡа аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары алып ҡайта. “Айыҡ ауыл” конкурсының төп маҡсатына ярашлы, айыҡ һәм сәләмәт тормош рәүешен алып барыуҙы беренсе планға ҡуябыҙ”, – ти ауыл биләмәһе башлығы Наталья Александровна Некрасова.
Ысынлап та, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә быйыл байтаҡ саралар үткәрелгән. Тәү сиратта, үҫеп килеүсе быуынға ҙур иғтибар бүленгән. Ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Нина Сайнашевна Бронникова өлкән класс уҡыусылары менән берлектә «Спиртлы эсемлектәр – наркотик һәм ағыу» тигән темаға профилактик әңгәмә ойошторһа, балалар баҡсаһында «Зарарһыҙ иртәнге зарядкаға рәхмәт – һаулыҡ тәртиптә» исеме аҫтында күңелле зарядкалар үткәрелә.
Конкурс сиктәрендә Калинники ауыл биләмәһе Мишкә районы Ҡайраҡ ауылы менән муниципалитет-ара хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөгән. Уға ярашлы, Ҡайраҡта Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған «Берҙәмлек һәм мәҙәниәт» ғаилә фестивале уҙғарылған. Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу, ғаилә традицияларының күркәмлеген күрһәтеү һәм сәләмәт, әүҙем тормош рәүешен пропагандалау маҡсатында ойошторолған сара төрлө милләт вәкилдәрен – рус, башҡорт, татар, мари һәм удмурт ғаиләләрен берләштергән.
Файҙалы сараларға мәктәп уҡыусылары ла йәлеп ителә. 8 Март байрамы алдынан «Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар!» тип аталған конкурс-уйында буласаҡ хужабикәләр үҙҙәрен ҡул эше оҫтаһы, модельер, актриса ролендә һынап ҡараған һәм зирәклектә, тапҡырлыҡта, оҫталыҡта, маһирлыҡта көс һынашҡан.
Шулай уҡ ауылда “Ҡышты оҙатыу” байрамы ҙур ойошҡанлыҡ һәм киң ҡолас менән үткән. Төрлө конкурстар, йыр-бейеү, уйын-көлкө республиканан йыйылған халыҡтың күңеленә хуш килгән. Байрам һуңында ауылдаштар ҙа, ҡунаҡтар ҙа тәмле бәлештәр, йылы ҡоймаҡтар менән һыйланған.
Дөйөм алғанда, күп милләтле ауыл халҡы тормоштан йәм-тәм табып, “Берҙәмлектә – көс” девизы менән дуҫ-татыу йәшәй. Улар сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай, йәштәрҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләй.
Теманы дауам итеп...
«Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Башлығы Гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Бәйгенең бурыстары үҙгәрешһеҙ: халыҡ араһында айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡты йәмәғәт эшендә ҡатнашыуға йәлеп итеү, файҙалы һәм изге эштәргә йүнәлтеү һәм башҡалар.
Радий Фәрит улы хуплауы нигеҙендә, 2024 йылдан башлап еңеүселәргә генә түгел, ә бөтә финалға сығыусыларға ла финанс ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе хәл ителде. Конкурстың республика этабында ҡатнашыусыларға ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә 200 мең һум күләмендә премия тапшырыласаҡ. Шулай итеп, конкурстың бүләк фонды 2024 йылдан 8 миллион 400 мең һумға арта һәм 50 миллион һумға яҡын тәшкил итә.
Фото архивтан алынды.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө ҡалаһы.