Йәнтөйәк
+23 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
13 Май , 09:15

Балалары менән бәхетлеләр

 Иҫке Аҡбүләк ауылынан Гөлшат һәм Ринат Сафиндар өсөн иң ҙур бәхет — дүрт ҡыҙ һәм ике улдары. Ҡариҙел районда  ҙур һәм татыу ғаиләләр күп. Улар йәмғиәтебеҙҙең төп байлығы булып тора.

Балалары менән бәхетлеләрБалалары менән бәхетлеләр
Балалары менән бәхетлеләр

Башҡорт ғаиләләрендә атай кеше баш булып йәшәүе бөтәбеҙгә лә билдәле. Сафиндар ғаиләһендә лә Ринат Ҡасим улы был яуаплылыҡты донъяны хәләл ефете менән бергәләп көтә башлағандан алып, еренә еткереп үтәй һәм ауылда күптәргә үрнәк булып йәшәй. Ә инде уның йәмен һәм матурлығын һаҡлау ролен хужабикә Гөлшат Рәзғәт ҡыҙы башҡара. Тик бергә булғанда һәм бер-береңде аңлап йәшәгәндә генә өйҙөң ҡото һәм ғаиләнең бәхетле тормошона ышанырға була.
Гөлшат 1977 йылда Яңы Йәнсәйет ауылында күп балалы Әүдийәровтар ғаиләһендә икенсе бала булып тыуған. Атаһы Рәзғәт Ғәзимйән улы — колхозда, әсәһе Рәйзәнә Әхмәтзи ҡыҙы фермала эшләй.
Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр. Гөлшаттың да тормош һуҡмағы мәктәпте тамамлағас та оло яуаплылыҡ алып, ғаилә ҡороуҙан башлана. Ата-әсә йәштәргә тәүҙә ҡаршы килһә лә, уларҙың йәш арауығы 14 йәш булғанлыҡтан, егет менән ҡыҙ араһындағы мөхәббәттең көслөлөгөнә ышанып, яратҡан ҡыҙына һәм кейәүенә фатиха бирә.
Ринат Ҡасим улы Ҡариҙел районының Мәлик ауылында тыуа. Ата-әсәһе Тәслимә Карам ҡыҙы һәм Ҡасим Әлтәф улы Сафиндар алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Мәктәптән һуң егет Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп, ике йыл Кавказда төҙөлөш батальонында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, Ринат колхозда малсылыҡта эшләй, ә Гөлшат һауынсы була, унан һуңғы йылдарҙа «Агроресурс-Ҡариҙел» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә хеҙмәтен дауам итә.
Ринат һәм Гөлшат Сафиндар 33 йыл бергә ғүмер кисерә. 1995 йылда уларҙың ҡыҙҙары Ринада тыуа.
Урта мәктәпте тамамлап, ул БДУ-ның Бөрө филиалында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Йәш белгес булараҡ, беренсе йылдарҙа Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә урынлашҡан мәктәптә эшләй, әлеге ваҡытта Ринада Өфөлә балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләй.
Икенсе ҡыҙҙары Раушания ике йылдан һуң донъяға килә. Иҫке Аҡбүләк мәктәбен уңышлы тамамлап, БДУ-ның Бөрө филиалында башҡорт һәм инглиз теле уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Йәш белгес Санкт-Петербург ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башлай. Әлеге ваҡытта тормош иптәше, Сөләймән ауылы егете Фиданис Туҡтағоловҡа кейәүгә сығып, Турбаҫлы ауылында донъя көтә, ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Сафиндарҙың өсөнсө балаһы — улдары Раушан. Мәктәптән һуң Ҡариҙел һөнәрселек училищеһын тамамлай. Армия сафында танкист булып хеҙмәт иткәндән һуң егет «Монолит» компанияһында төҙөүсе булып эш башлай. Тигермән ауылынан Нурсилә Тажиева менән сәстәрен-сәскә бәйләп, йәштәр баш ҡалала йәшәй. Улар әлеге мәлдә түҙемһеҙлек менән сабыйҙары тыуғанын көтә.
Сафиндарҙың дүртенсе балаһы — улдары Вадим 2008 йылда тыуа. 9-сы кластан һуң ул Өфө күп функциялы колледждға уҡырға инә. Әлеге ваҡытта ул 2-се курста юғары стипендия алып, уңышлы уҡып йөрөй.
Ишле ғаиләнең бәләкәй ҡыҙҙары Мәҙинә менән Әминә Хәлил мәктәбендә белем ала.
Сафиндар Ҡариҙел районының Мәлик ауылында өй төҙөп сыҡһа ла, балаларына белем биреү өсөн уҡырға уңайлы шарттар эҙләп, күрше Иҫке Аҡбүләк ауылына күсенә.
Гөлшат Рәзғәт ҡыҙына ҡарап, уның күп балалы әсә булыуына хайран ҡалырлыҡ. Ул балалар тураһында арымай-талмай хәстәрлек күреүҙән һәм өй мәшәҡәттәренән тыш, тормош иптәше менән бергәләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарай һәм үҙҙәренең төп эштәрен дә башҡара.
Сафиндар ғаиләһенә иҫкиткес балалар үҫтергәндәре, ата-әсә йорто тип аталған мәрхәмәтле һәм мөхәббәтле утрау булдырғандары һәм күптәргә баланың яҡты донъяла ҙур бәхет икәнен тирә яҡтағыларға үҙ миҫалында еткергәндәре өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәре әйтке килә. Эйе, балалар беҙгә донъяла илһам, яратыу, көс-дәрт һәм рух биреп йәшәтә.
Марат Бүләков.
Ҡариҙел районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас