Йәнтөйәк
+14 °С
Ясна
Антитеррор
Общие статьи
13 Май , 04:15

Һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөү дауам итә

Быйыл һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға 1,4 миллиард һум йүнәлтеләсәк.    

Һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөү дауам итәҺаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөү дауам итә
Һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөү дауам итә

Башҡортостанда 2026 йылда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыуға 1,4 миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 992 миллион һум йүнәлтеләсәк. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

2025 йылда Башҡортостанда “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” федераль проекты ярҙамында Благовещенда, Учалыла һәм Яңауылда, шулай уҡ Асҡын, Баҡалы, Асҡар ауылдарында алты поликлиника төҙөлдө. Бынан тыш, туғыҙ медицина ойошмаһы капиталь ремонтланған, 137 тиҙ төҙөлә торған модуль конструкция, шул иҫәптән 124 фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлаштырылған.

Республикала медицина ойошмаларының матди-техник базаһын нығытыу дауам итә, тип билдәләне министр. 2025 йылда һаулыҡ һаҡлау учреждениелары биш мең берәмек ҡорамал ала, шул иҫәптән маммографтар, рентген-аппараттар һәм УЗИ аппараттары. Шулай уҡ медицина ойошмалары өсөн 99 санитар автомобиль һатып алына.

2026 йылда Башҡортостанда Иглин ауылында поликлиника төҙөй башлау, Октябрьский ҡалаһының 1-се ҡала дауаханаһының балалар стационарын һәм Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының стационарын капиталь ремонтлау күҙаллана. Шулай уҡ республикала һигеҙ модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйыласаҡ.

Башҡортостан Башлығы республика райондарында яңы медицина учреждениеларын төҙөүҙе тамамлауҙың мөһимлеген билдәләне.

– Иглин ауылында күптән көтөлгән поликлиника быйыл төҙөлә башлаясаҡ. Был мәсьәлә күптән өлгөрөп еткән, әле бында пациенттар өсөн шарттар, йомшаҡ итеп әйткәндә, идеаль түгел. Ә район – ҙур, һәм ул йылдам үҫешеүен дауам итә, – тине Радий Хәбиров.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:
Читайте нас