

Республикала йәйге осорҙа 1 940 балалар һауыҡтырыу лагеры эшләйәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте.
Төрлө типтағы йәйге лагерҙарҙа 201 меңдән ашыу уҡыусы ял итәсәк, ә тағы 232 мең баланы балалар ялын ойоштороуҙың өҫтәмә формаларына – мәҙәни һәм спорт саралары, походтар, слеттар, экскурсиялар, клуб эше, оҫталыҡ дәрестәренә йәлеп итәсәктәр. Шулай уҡ Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 600 баланы йәйге ялға ҡабул итә. 2026 йылда һауыҡтырыу кампанияһын финанслауға бөтәһе 2,97 миллиард һум ҡаралған.
2023 йылдан республикала тиҙ төҙөлә торған торлаҡ модулдәрен булдырыу һәм ҡала ситендәге стационар лагерҙарҙа капиталь ремонт үткәреү буйынса федераль проект тормошҡа ашырыла. Был ваҡыт эсендә төбәктә 13 конструкция төҙөлдө, ике аҙыҡ-түлек блогы һәм медблок ремонтланды. 2026 йылда ошо программа буйынса Дәүләкән районының “Тәбиғәт дуҫы” һәм Стәрлетамаҡ районының “Башаҡ” лагерында аҙыҡ-түлек блоктары яңыртыласаҡ, Туймазы районының Гайдар исемендәге лагерында, Ҡыйғы районының “Маяҡ” һәм Ейәнсура районының “Ал елкән” лагерында торлаҡ модулдәре төҙөләсәк.
Илдар Мәүлитбирҙин билдәләүенсә, балалар һауыҡтырыу лагерҙарының 82 проценты күҙәтеү хеҙмәттәренең ыңғай һығымтаһын алған һәм 1 июндән эшләй башларға әҙер.
Балалар өсөн сифатлы һәм хәүефһеҙ ял ойоштороу мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
– Был эштә принципиаль булырға һәм ныҡлы эшләргә кәрәк, - тип йомғаҡ яһаны төбәк етәксеһе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.