

Нуриман районы Байгилде ауылынан "Абзый" позывнойлы яугир өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, бөгөнгә тиклем яу биләмәһендә. Ошо көндәрҙә ул ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан һәм Байгилде ауыл биләмәһе башлығы Гөлназ Мәрҙәнова менән осрашҡан.
Гөлназ Фәнил ҡыҙы яугиргә батырлығы өсөн ихлас рәхмәтен белдерә һәм тиҙерәк еңеп, ғаиләһе һәм яҡындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй. Бындай осрашыуҙар - яугирҙәргә хөрмәт билдәһе лә, йәмғиәттең берҙәмлеген нығытҡан мөһим сара ла.
"Беҙ бөгөнгө көн геройҙары менән ғорурланабыҙ һәм һәр ваҡыт уларға, ғаиләләренә ярҙам итергә әҙербеҙ", - ти Гөлназ Мәрҙәнова.
"Абзый" позывнойлы яугиргә йортона һәм ғаиләһенә иҫән-һау ҡайтыуын, илебеҙгә Еңеүҙең тиҙерәк килеүен теләйбеҙ!
Сығанаҡ һәм фото: Нуриман район хакимиәте сайтынан.