

Ул ваҡытта ил һағына баҫҡан һалдаттарҙың әлеге көндә икеһе, Хоҙайға шөкөр, бик матур итеп йәшәүен дауам итә. Байсаҡа ауылында ғүмер итеүсе Миңлерәшит Сафиуллинға 5 майҙа 100 йәш тулды. Ә Ҡуҙбай ауылында йәшәүсе Заһит Әхтәриев 10 июлдә бер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләйәсәк. Ҡасандыр киләсәк быуындың азатлығы өсөн үлем менән күҙгә-күҙ ҡарашырға тура килгән, ҡулдарында дуҫтарының ғүмере өҙөлгәнен күргән, һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе бөтөрөүгә, иҡтисадты күтәреүгә баһалап бөткөһөҙ көс һалған, матур тормош ҡороп, балалар үҫтереп, өлгөлө ғүмер кисергән кешеләр улар. Улар һаман да сафта. Уҙған йылдың 9 майында ике ветеран да район үҙәге Борайҙа уҙған Еңеү байрамына килеп, парлашып “Батырҙар аллеяһы”нда фотоға ла төшкәйне.
Миңлерәшит Сафиуллин — Байсаҡа ауылының иң өлкән кешеһе. 1926 йылдың 5 майында тыуған. Ул Ҡотлояр ауылында ябай ғаиләлә етенсе бала булып донъяға ауаз һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәһе ауырып вафат булғас, сабыйҙы апаһы Мәфтуха тормош иптәше Шәйслам менән тәрбиәгә ала. Бала саҡтан уҡ яҙмыш һынаған бала тырыш булырға, башлаған эшен еренә еткереп башҡарырға өйрәнә. Миңлерәшиткә 15 йәш тулғанда һуғыш башлана. Байсаҡа ауылынан 42 ир-атты һуғышҡа алалар. 17 йәше тулғас Миңлерәшит тә ил һағына баҫа. Һуғыш тамамланғас та тыуған яғына ҡайтыу насип булмай әле уға. Хеҙмәтен Кореяла дауам итә. Унан һуң уны Владивостокка эшелондар һаҡларға күсерәләр.
тиклем колхозда тракторсы булып эшләй. 1951 йылда ҡуйы ҡара сәсле сибәр Мәрзиә исемле ҡыҙға ғашиҡ була. Матур итеп никах уҡытып, бергә йәшәй башлайҙар. Бер-бер артлы бер ҡыҙҙары һәм ике улдары тыуа. Балалары ла үҙҙәре кеүек бик уңған, тырыш булып үҫеп, оло тормошҡа аяҡ баҫа. Ейән-ейәнсәрҙәре лә ҡыуандыра Сафиуллиндарҙы.
2-се дәрәжә “Бөйөк Ватан һуғышы” ордены, “Японияны еңгән өсөн”, “Кореяны азат иткән өсөн”, Жуков, “Федераль хеҙмәт өсөн” һәм бик күп юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән хөрмәтле ветеран. Әлеге көндә Миңлерәшит Шәислам улы Байсаҡа ауылында ҡыҙы Мәйсәрә тәрбиәһендә йәшәй.
Икенсе ветераныбыҙ Заһит Әхтәриев та — бар ғүмерен тыуған еренә хеҙмәт итеүгә бағышлаған кеше. Әле лә сафта ул. Ҡуҙбай ауыл биләмәһендә уҙған илһөйәрлек сараларында ғына түгел, районда үткәндәрендә лә ҡатнашырға тырыша. Заһит Рәхимйән улы 1926 йылдың 10 июлендә Ҡоҙаш ауылында тыуған. 1943-1944 йылдарҙа кесе сержант дәрәжәһендә Ҡытай-Корея сигендә хеҙмәт итә. 1944 йылда Сейсек һәм Канко ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. 1950 йылдың апреленә тиклем артиллерия полкында разведчик була. Шул йылдың сентябрендә демобилизацияланып ауылына ҡайта. 1950-1959 йылдарҙа Ҡуҙбай сельпоһында башта рәйес урынбаҫары, һуңыраҡ рәйес булып эшләй. 1959-1962 йылдарҙа — К. Маркс исемендәге колхозда партия ойошмаһы секретары, Силәбе совет-партия мәктәбен тамамлағандан һуң район комитетында инструктор, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаты директоры, 1972-1980 йылдарҙа — Ҡуҙбай ауыл Советы рәйесе, 1980 йылдан 1987 йылға тиклем, хаҡлы ялға сыҡҡансы, К. Маркс исемендәге колхозда агроном булып эшләй. Тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Хөрмәтле ветеран “Кореяны азат иткән өсөн”, “Японияны азат иткән өсөн” миҙалдары, 2-се дәрәжә “Ватан һуғышы” ордены һәм башҡа бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән.
Заһит ағай бик тыйнаҡ, сабыр, тәрбиәле кеше. Уның менән үткәндәр тураһында ла, бөгөнгө көн хаҡында да рәхәтләнеп һөйләшеп ултырырға була. Ил сәйәсәте менән ҡыҙыҡһына, һәр нәмә менән хәбәрҙар булырға тырыша.
Ике ветеран да үҙҙәренең оҙон ғүмерле булыуын ниндәйҙер оло бәхет тип түгел, ә был донъяла кәрәк булыуҙары менән аңлата. Эйе, хөрмәтле һуғыш яугирҙары, һеҙ беҙгә, йәштәргә, балаларға аяуһыҙ һуғыштың тере шаһиттары булараҡ, тыныслыҡтың ҡәҙерен белер өсөн кәрәкһегеҙ. Рәхмәт һеҙгә! Бөгөн һеҙҙең алда сал сәслеһе лә, йәштәр ҙә рәхмәт әйтә. Балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ, бүләләрегеҙ ҡәҙер-хөрмәтендә оҙаҡ йәшәгеҙ әле!
Фотолар "Алга" гәзите сайтынан алынды.
Венера Арысланова.
Борай районы.