

Район Мәҙәниәт йорто, Балалар сәнғәт мәктәбе, ауыл мәҙәниәт йорттары, балалар баҡсаһы, Асҡын 1-се урта мәктәбе ижади коллективтары һәм үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Сараны алып барыусы Олег Афлетунов һәм Зәнилә Рыбина барыһын да оло байрам менән ҡотланы һәм Бөйөк Еңеү халыҡтың берҙәмлеге, батырлығы һәм ҡаһарманлығы символы булып тора, Ә Ватанды һаҡлау һәр ваҡыт һәр гражданиндың изге бурысы булды һәм булып ҡала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Хөрмәтле райондаштар! Совет халҡының фашистик Германияны Еңеүенең 81 йыллығы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Тыныс күк йөҙө, һаулыҡ һәм изгелек теләйбеҙ!