Йәнтөйәк
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
9 Май , 07:30

Һалдат бутҡаһы менән һыйланылар

Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған  тантаналы митинг һәм парадтан һуң барыһы ла  район китапханаһы эргәһендә  йәйелдерелгән “хәрби-ялан кухняһы”нда һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте.  Эргәлә генә теҙелгән хәрби техника, тематик баннерҙар, яңғырап торған дәртле Еңеү йырҙары айырыуса бер илһөйәрлек рухы өҫтәне.

Һалдат бутҡаһы менән һыйланыларҺалдат бутҡаһы менән һыйланылар
Һалдат бутҡаһы менән һыйланылар

Тушенка һалынған телеңде йоторлоҡ ҡарабойҙай бутҡаһын  Асҡындың 2-се, “Күк сәскә”, “Ҡояшҡай” балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре  2000 кешегә етерлек итеп бешерә. Шунда уҡ ҡайнар сәй менән дә  һыйланылар.

Барыһы ла сират тороп, байрамдан алған тәьҫораттары менән бүлешеп, рәт-рәт теҙелгән өҫтәл артына баҫып, рәхәтләнеп бутҡа ашаны.

— Мин 9 Май көнөндә 14-се йыл "һалдат бутҡаһын” бешерәм.  Йыл һайын был сараны тулҡынланып көтөп алам. Бөгөн дә хеҙмәттәштәрем менән иртә менән килеп, барыһын да әҙерләп, халыҡты тәмле бутҡа менән һыйлайбыҙ. Бер кем дә беҙҙең эргәнән буш уҙып китмәй, туҡтап, бутҡа ашап, сәй эсеп, байрамдан алған тәьҫораттары менән бүлешеп, рәхмәт әйтеп ҡайта, — тип һөйләне “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләүсе Гөлсинә Ғәлимова.

 Сарала ҡатнашыусылар  "ялан кухняһын" ойоштороусыларға һәм тәмле бутҡа бешереүселәргә рәхмәт белдерҙе.

Наилә Имаева.

Һалдат бутҡаһы менән һыйланылар
Һалдат бутҡаһы менән һыйланылар
Һалдат бутҡаһы менән һыйланылар
Һалдат бутҡаһы менән һыйланылар
Һалдат бутҡаһы менән һыйланылар
Һалдат бутҡаһы менән һыйланылар
Һалдат бутҡаһы менән һыйланылар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас