Йәнтөйәк
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
8 Мая , 10:00

Шәрифйән Ишниязов — эшһөйәрлек, ныҡлыҡ һәм йәнтөйәгенә тоғролоҡ өлгөһө

Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә ҙур өлөш индергән тыл эшсәндәре айырым иғтибарға һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.

Шәрифйән Ишниязов — эшһөйәрлек, ныҡлыҡ һәм йәнтөйәгенә тоғролоҡ өлгөһөШәрифйән Ишниязов — эшһөйәрлек, ныҡлыҡ һәм йәнтөйәгенә тоғролоҡ өлгөһө
Шәрифйән Ишниязов — эшһөйәрлек, ныҡлыҡ һәм йәнтөйәгенә тоғролоҡ өлгөһө

Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә ҙур өлөш индергән тыл эшсәндәре айырым иғтибарға һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Тап уларҙың хеҙмәте һәм фиҙаҡәрлеге арҡаһында фронт армияһы бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин ителә.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан Ҡубияҙ ауылынан тыл эшсәне Шәрифйән Мәрби улы Ишниязовты Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы менән Ҡубияҙ биләмәһе башлығы, Ҡубияҙ ауыл Советында  “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһы етәксеһе Ришат Мират улы Ғәбделхаев һәм “Асҡын урман сәнәғәтселәре” етәксеһе Хәмит Мәдхәт улы Фәйзрахманов килеп ҡотланы һәм изге теләктәрен еткерҙе.

Шәрифйән Мәрби улының бөтә тормош юлы тыуған ауылы менән бәйле. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында өлкәндәр менән бер рәттән Бөйөк Еңеү хаҡына иртәнән төнгә тиклем эшләй. Һуғыш ул йылдарҙағы малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы иртә үҫергә мәжбүр итә, әммә уларҙың береһе лә яҙмышына зарланмай. Улар Бөйөк Еңеү хаҡына бил бөгөүен белә. Һуғыштан һуң Шәрифйән Мәрби улының бөтә хеҙмәт юлы тыуған колхозы менән бәйле була, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем тракторсы булып эшләй.

Бөгөн 93 йәшлек тыл эшсәне ҡыҙы Минзилә тәрбиәһендә һәм балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 65 йыл бергә ғүмер иткән һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән һөйөклө тормош иптәше Фатима Садиҡ ҡыҙы бынан ете йыл элек мәрхүм була.

Шәрифйән Мәрби улы кеүек кешеләр йәш быуын өсөн эшһөйәрлек, тыйнаҡлыҡ, ныҡлыҡ,  кесе Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү өлгөһө булып тора.

 Илһөйәр Махатова.

Шәрифйән Ишниязов — эшһөйәрлек, ныҡлыҡ һәм йәнтөйәгенә тоғролоҡ өлгөһө
Шәрифйән Ишниязов — эшһөйәрлек, ныҡлыҡ һәм йәнтөйәгенә тоғролоҡ өлгөһө
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас