

Тәрбиәселәр кескәйҙәрҙең Бөйөк Еңеү тураһында белемдәрен байытып, ижади һәләттәрен үҫтереп, Тыуған илгә кескәйҙәр йөрәгендә һөйөү тәрбиәләп, күргәҙмәләр ҙә ойошторҙо. Балалар байрамға арнап һүрәттәр төшөрҙө, төрлө материалдарҙан тырышып открыткалар, йондоҙсоҡтар, Георгий ленталары, күгәрсендәр эшләне.
Һәр төркөм тәрбиәләнеүселәренең матур эштәре балалар баҡсаһының “Ижад биләмәһе”ндә “Хәтерләйбеҙ! Ғорурланабыҙ!” күргәҙмәһендә урын алды.
Иң мөһиме — кескәйҙәр тәрбиәселәрҙең ветерандар, Бөйөк Еңеү көнө, Тыуған ил тураһында һөйләүенән оло байрамдың әһәмиәтен аңлай, бәләкәйҙән Ватанға һөйөүҙе һәм тоғролоҡто күңеленә һеңдерә.
Илһөйәр Махатова.