Йәнтөйәк
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
8 Май , 17:05

Фиҙаҡәрлек, ҡаҡшамаҫ рух, илһөйәрлек өлгөһө булып тора

 Үтәш ауылында ғүмер итеүсе 96 йәшлек тыл ветераны Рафания Хәбибрахман ҡыҙы Лоҡманова Бөйөк Еңеү көнөн яҡшы кәйефтә, күтәренке рухта ҡаршы алды. Күпте күргән, күпте кисергән был ғәжәйеп үткер зиһенле, ихлас, мөләйем ағинәйҙе байрам алдынан  Ҡубияҙ ауыл биләмәһе башлығы,  Ҡубияҙ ауыл Советында “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһы етәксеһе Ришат Мират улы Ғәбделхәев  менән район Советы депутаты, "СТРОЙРЕММОНТАЖ+"  йәмғиәте директоры Дамир Ҡәнәфи улы Әүбәкиров өйөнә барып хәлен белде. Етәкселәр Рафания Хәбибрахман ҡыҙын Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығы менән ҡотлап,  изге теләктәрен еткерҙе, ҡаҡшамаҫ рух көсө, ҡаһарманлыҡ һәм тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн  рәхмәт әйтеп, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡотлау открыткаһын, шулай уҡ үҙҙәренең бүләген тапшырҙы.  Шиғри күңелле, йор һүҙле Рафания апай иһә яттан шиғырҙар һөйләп, рәхмәттәрен дә шиғри юлдар менән белдереп,  етәкселәрҙе был юлы ла таң ҡалдыра.  

Фиҙаҡәрлек, ҡаҡшамаҫ рух, илһөйәрлек өлгөһө булып тораФиҙаҡәрлек, ҡаҡшамаҫ рух, илһөйәрлек өлгөһө булып тора
Фиҙаҡәрлек, ҡаҡшамаҫ рух, илһөйәрлек өлгөһө булып тора

 

Рафания Хәбибрахман ҡыҙының яҙмышы еңел булмаған: илебеҙ тарихындағы бөтә мөһим ваҡиғалар тәрән эҙ ҡалдырған уның күңелендә. Аслыҡ, һуғыш йылдары, балалар йорто, тиф… Әммә миһырбанлы инәй бөгөн дә изгелек ҡылыуҙан, тирә-яғында матурлыҡ тыуҙырыуға ынтылыуҙан туҡтамай,  әҙиптәребеҙҙең шиғырҙарын яттан һөйләп, яҡташтарын һоҡландыра, уйландыра, сәмләндерә. Үҙе лә шиғыр яҙа. Уның тормош һөйөүенә йәштәр көнләшә ала.

Рафания инәй Асҡын районы Баҙансат ауылында 1929 йылда тыуған. Ғаиләлә – дүрт бала, атаһы менән әсәһе тимерлектә эшләй. Ете класты тамамлағас, ҡыҙ уҡыуын Иҫке Ҡаҙансы ауылы урта мәктәбендә дауам итә.

Үрмияҙ ауылында  балалар йортонда ла 14 йыл эшләй тырыш ҡыҙ, артабан башланғыс класс уҡыусыларына  белем бирә. Уның хеҙмәт стажы ла 40 йылдан артыҡ, тыл ветераны ла ул.

 Хәләл ефете Өлфәт Исмәғил улы менән ике балага ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына сығаралар.

Бөгөн Рафания ағинәй ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә ҡыуанып,  ҡыҙы Рәидә менән кейәүе тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Һәр атҡан таңға ҡыуанып, барыһына ла сәләмәтлек, бәхетле ғүмер, илебеҙгә тыныслыҡ теләп, доғалар ҡыла.

Оло хөрмәткә эйә Рафания Хәбибрахман ҡыҙын беҙ ҙә Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уға ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡлы көндәр, артабан да шулай балаларының, ейәндәренең уңыштарына һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, бәхетле ҡартлыҡ кисереүен теләйбеҙ! 

 

Наилә Имаева.

 

Фиҙаҡәрлек, ҡаҡшамаҫ рух, илһөйәрлек өлгөһө булып тора
Фиҙаҡәрлек, ҡаҡшамаҫ рух, илһөйәрлек өлгөһө булып тора
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас