Йәнтөйәк
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
8 Май , 09:15

Данлы тарихыбыҙҙың тере шаһиты

Быуаттарҙы иңләп уҙған яҙмыштар һирәк була. Балтас ерендә йәшәүсе Әхнәф Мазһар улы Мазһаров –  батырлыҡ һәм намыҫ менән оҙон тормош юлы үткән шәхестәребеҙҙең береһе. Күптән түгел ул үҙенең 100 йәшлек оло юбилейын билдәләне һәм йөрәгендәге хәтирәләрен яңыртып, һағыш та, оло шатлыҡ менән дә 81-се Еңеү көнөн ҡаршы алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул районда һуғыш уттарын кискән берҙән-бер иҫән ветеран булып ҡала.  

Данлы тарихыбыҙҙың тере шаһитыДанлы тарихыбыҙҙың тере шаһиты
Данлы тарихыбыҙҙың тере шаһиты

Етди, ауыр һәм ҡаты һынауҙарҙан торған тормош юлы үткән Әхнәф Мазһаров. Әммә ғүмерендә байтаҡ юғалтыуҙар, ауырлыҡтар күрһә лә, тулы бәхеткә эйә шәхес ул. Тормош йәмен шул һикәлтәле һуҡмаҡтарҙан үткәнгә, ауырлыҡтарға бирешмәгәнгә яҡшы аңлай ул...

Әхнәф Мазһар улы 1926 йылдың 8 мартында Балтас районының Сурапан ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде үҙенең тыуған ауылында ала. Ете класты Һәйтәк ауылында тамамлай, артабан уҡыуын Балтас мәктәбендә дауам итә.

Унан артабан уҡыу өсөн аҡса етмәгәнлектән ауылда эшләй. Колхозда төрлө эштәрҙә, һуңыраҡ бригадир вазифаһында хеҙмәт һала. Фронттан ҡайтҡан ауылдаштарына мунса мейесе, төрлө эштәр башҡарып аҡса йыя. Аҡса етмәү сәбәпле өҙөлгән уҡыуын Әхнәф Мазһар улы бер нисә йылдан һуң яңынан дауам итә. Тик тамамлап өлгөрмәй. Уға повестка тапшыралар. 17 йәшлек егет ағайҙары кеүек 1944 йылда Ватан һағына юллана. 4-се Украина фронты, һуңыраҡ 1-се Белорусия фронтында йыл ярым һуғыш яланында элемтәсе була. Элемтәнең әһәмиәте һуғыш ваҡытында алтын бәрәбәренә тиң булыуы һәр кемгә яҡшы билдәле. Командование алдағы һәр аҙымды яһар өсөн фронт хәлдәре торошон белергә тейеш. Частар һәм уларҙың штабтары, команда пункты алға барыусы частар араһында элемтә, ғәскәр төрҙәренең килешеп эш итеүен тәьмин итә.

Элемтәсе Әхнәф Мазһаров ауыр һуғыш юлы үтеп Берлинға тиклем барып етә. Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршыларға насип була уға. Ул миҙгелдәр ветеран хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Һуғыштың ҡот осҡос күренештәрен, иптәштәренең һәләк булыуын үҙ күҙҙәре менән күрә ул. Әммә шуға ҡарамаҫтан, ул рух көсөн, еңеүгә ышанысын юғалтмай. Һәм бына ул – Еңеү көнө! Был көндө ул алыҫта, сит ерҙә ҡаршылаһа ла, күңеле тыуған яғына, яҡындарына ынтыла, өйөнә ҡайтып, тыныс тормош башларға хыяллана.

Ете йыл хәрби хеҙмәтте үтәп, 1950 йылда ғына тыуған яғына ҡайта ул. Хеҙмәт иткән ваҡытында “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнә.

Әхнәф Мазһаров уҡыуын дауам итергә хыяллана һәм хеҙмәт йылдарында киске мәктәптә белем алып, 10-сы класты тамамлай. Демобилизациянан һуң, бер йыл Тусыбай мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, һуңынан Балтас урта мәктәбенә күсерелә. Бөрө педагогия институтына ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә. Һуңынан Әхнәф Мазһаров тағы ла Тусыбай мәктәбенә ебәрелә, унда буласаҡ тормош иптәше Рәйнә Ғатуф ҡыҙы менән таныша. Ул уҡытыусы булып эшләгән була.

1953 йылда улар өйләнешә. Татыу һәм берҙәм ғаилә өс бала – ике ҡыҙҙары Лилиә һәм Резеданы һәм улдары Наифты тәрбиәләп үҫтерә. Балалар ата-әсәһе өсөн оло терәк була, тормоштоң бар ауырлығын бергә еңергә ярҙам итә. Әхнәф ағай менән Рәйнә апай балаларына яҡшы тәрбиә бирә, уларҙы хеҙмәт һөйөргә, кешеләргә ҡарата миһырбанлы булырға өйрәтә.

Әхнәф Мазһар улы бөтә ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлай. Ул — Яңауыл Яҙыусылар берекмәһе ағзаһы, Бөтә союз уҡытыусылар съезы делегаты, Халыҡ мәғарифы алдынғыһы, РСФСР, БАССР Президиумының күп һанлы Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Уҡыусылары Әхнәф Мазһар улының дәрестәрен, тормош һабаҡтарын һәр ваҡыт ихтирам менән иҫкә ала. Абруйлы уҡытыусы һәр балаға иғтибарлы була, уларға белем биреп кенә ҡалмай, ә тормошта үҙ урындарын табырға ла ярҙам итә. Әхнәф Мазһар улы – ысын мәғәнәһендә халыҡ уҡытыусыһы!

Әхнәф Мазһар улы педагог ҡына түгел, рәссам да, шағир ҙа. Уның шиғырҙары яҡташтарының оло мөхәббәтен яулай. Һуғыш темаһы, кесе Ватан һәм тәбиғәт темаһы уның ижадында төп урын алып тора. Хөрмәтле райондашыбыҙ “Күңелем йырҙары”, “Күңелем табыштары”, “Һалдат батырлығы”, “Поэма. Шиғырҙар. Хәтерләүҙәр” һәм “Яугир юлы. Таныптан Эльбаға тиклем” тип исемләнгән китаптар баҫтыра. Былар — ветерандың ижад емештәренең бер нисәһе генә. Уның һәр китабы – тормош фәлсәфәһе, кешелеклелек, тыуған яҡҡа һөйөү менән һуғарылған. Ижады – йәштәр һәм үҫеп килгән быуын өсөн рухи байлыҡ.

Быуат сиген үткән ҙур шәхес булараҡ, хөрмәтле ветераныбыҙ Әхнәф Мазһаров – батырлыҡтың, намыҫлылыҡты һәм Тыуған илгә  тоғролоҡтоң тере символы. Уның тормош юлы – Ватанға хеҙмәт итеүҙең, халҡыңа һәм тыуған ергә сикһеҙ мөхәббәттең асыҡ өлгөһө. Һуғыштың утлы юлдарын үтеп, Еңеү таңын Берлинда ҡаршылаған ветеран булараҡ, ул беҙгә тыныс тормоштоң ни тиклем ҡиммәтле һәм ҡәҙерле булыуын иҫкәртеп тора.

Йылдар үтер, ләкин хеҙмәт һәм һуғыш ветеранының батырлығы ла, фиҙаҡәр хеҙмәте лә онотолмаҫ. Әхнәф Мазһар улы кеүек ветерандар –  данлы тарихыбыҙҙың тере шаһиты, быуындарҙы бәйләп тороусы ышаныслы күпер. Уның исеме, ҡылған изге ғәмәлдәре киләсәк быуындар хәтерендә мәңге һаҡланыр.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас