Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
7 Май , 11:25

Наилә Закирйән ҡыҙы Ғиззәтуллина Бөйөк Еңеү көнөн ҙур ғорурлыҡ менән көтә

  Төлгөҙбаш ауылында ғүмер итеүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны, хөрмәтле ағинәй Наилә Закирйән ҡыҙы Ғиззәтуллинаны  “Ғилемшин” крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илнур Тимерғәзе улы Ғилемшин яҡынлашып килеүсе изге байрам — Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы   менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы.

Наилә Закирйән ҡыҙы Ғиззәтуллина Бөйөк Еңеү көнөн ҙур ғорурлыҡ менән көтәНаилә Закирйән ҡыҙы Ғиззәтуллина Бөйөк Еңеү көнөн ҙур ғорурлыҡ менән көтә
Наилә Закирйән ҡыҙы Ғиззәтуллина Бөйөк Еңеү көнөн ҙур ғорурлыҡ менән көтә

 Наилә Закирйән ҡыҙының да   тормошо еңел булмай. Бала саҡтан уның өлөшөнә бик күп ауырлыҡтар төшә. Тиҫтерҙәре һымаҡ, уға ла күп эшләргә тура килә. Һуғыштан һуң да ал-ял белмәй намыҫ менән хеҙмәт һала. 

Наилә Закирйән ҡыҙы ғүмерен тыуған ауылына бағышлай, оҙаҡ йылдар промартелдә, урман хужалығында, һуңынан икмәкханала эшләй. Пенсияға сыҡҡас, ул тағы өс йыл ашнаҡсы булып эшләй.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Наилә Ғиззәтуллина почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Ул “хеҙмәт ветераны” исемен ғорурлыҡ менән йөрөтә.

Наилә Закирйән ҡыҙы  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бәхтигәрәй Ғиззәтуллин менән 63 бәхетле йыл ғүмер итә. Улар бер-береһенә терәк-таяныс булып, бәхетле йәшәп,  дүрт бала үҫтерә. Бөгөн Наилә апай  ейән-ейәнсәрҙәренең  һәм  бүлә-бүләсәрҙәренең ҡәҙер хөрмәтен күреп, балаларының уңыштарына һөйөнөп ғүмер итә. 

" Әлеге ваҡытта Наилә апа балаларының хөрмәте һәм хәстәрлеге, ауылдаштарының иғтибары  менән уратып алынған. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул тәртип ярата,  бөтә ерҙә таҙалыҡ күҙгә һалына, тәҙрә төбөндә  матур гөлдәр  үҫтерә. Ә буш ваҡыттарында уҡырға ярата, бигерәк тә “Ышаныч” район гәзитен көтөп ала.  Күршелә генә шундай асыҡ йөҙлө, аҡыллы, тормошто яратҡан, оло хөрмәткә лайыҡ ағинәй йәшәүенә һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Беҙ үҙебеҙ ҙә уның хәлен белеп, ярҙам итеп торабыҙ. Наилә Закирйән ҡыҙын Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: артабан да һау-сәләмәт булып, балалар шатлығына төрөнөп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын!" — тине Илнур Тимерғәзе улы.

 Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас