Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
7 Мая , 10:30

Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап

Бөгөн, 7 майҙа,  Солтанбәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған тантаналы сара үтте. Солтанбәктәрҙе  байрам менән ҡотларға  район хакимиәте  башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары — Финанс идаралығы начальнигы Алина Шәрифғәли ҡыҙы Закирова барҙы.

Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылапБөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап

Тантаналы митингта ҡатнашыусыларҙы Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Ғиләжева сәләмләп, барыһын да яҡынлашып килеүсе Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотланы.

Лилиә Салауат ҡыҙы бала саҡтары ауыр һуғыш осорона тура килеп, үҙ иңдәрендә аслыҡ-яланғаслыҡты татыған  ағай һәм апайҙарға  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Ҡотлау открыткаларын тапшырҙы.

"Ваҡыт үҙенекен итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү яулаусылар һәм 45-се йылдың еңеүле майын ҡаршылаған кешеләр бөгөн беҙҙең менән юҡ. Беҙҙең бурыс  — атай-олатайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ хаҡында хәтерҙе һаҡларға һәм улар хаҡында балаларға һөйләргә тейешбеҙ, — тип билдәләне Алина Шәрифғәли ҡыҙы үҙенең сығышында һәм быуындар күсәгилешлеген, бөгөнгө ваҡиғаларҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.  — Бөгөн "Еңеү" һүҙе йәнә беҙҙең өсөн бик күпте аңлата, ул йөрәктә ғорурлыҡ менән яңғырай. Был көндө беҙ  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  ла "рәхмәт" әйтәбеҙ".

 Мәктәптең тарих уҡытыусыһы Элина Исламова Солтанбәк ауылы халҡының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө тураһында  бай йөкмәткеле доклад менән сығыш яһаны.

Сара уҡыусылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең концерт номерҙары менән үрелеп, бик матур, рухлы үтте.

 Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалғандан һуң, сарала ҡатнашыусылар бер минут тын ҡалып яугирҙарҙы иҫкә алды.

 Сара һуңында барыһы ла Рәзилә Ғиләжева менән Рәшидә Хафизйәнова бешергән тәмле һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте.

Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантаналы митинг ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Һәр кем һуғышта булған яҡындарын иҫкә алды, халыҡҡа сара бик оҡшаны.

Наилә Имаева.

Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас