Йәнтөйәк
+22 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
6 Мая , 17:05

Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ!

Асҡын 2-се  балалар баҡсаһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған байрам иртәлектәре үтте.

Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ!Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ!
Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ!

 

Тәрбиәселәр һәр балаға 9 Май байрамының асылын аңлайышлы,  ихтирамлы формала еткерергә тырышты. Кескәйҙәр  был көнгә  ғорурлыҡ менән әҙерләнә.

Кесе һәм урта төркөмдәр (3-5 йәш) өсөн был  тыныслыҡ тураһында беренсе етди һөйләшеү була. Байрам «Һәр ваҡыт  булһын ҡояш!» девизы аҫтында уҙа. Балалар шиғырҙар уҡый, йырҙар башҡара, хәрәкәтсән уйындар уйнай, ә «Ҡыңғырау» төркөмө балалары «Смуглянка» бейеүен бейей.

Өлкән төркөмдәрҙә (5-6 йәш) балалар шиғырҙар уҡый, "Фронттан хат" әҙәби композицияһын тәҡдим итә, уйындар уйнай, "Тамсыҡай"  төркөмө ҡыҙҙары "Зәңгәр яулыҡ" бейеүен башҡара, ә "Бал ҡорото" төркөмө малайҙары ҡалаҡтарҙа виртуоз уйын күрһәтә. Айырыуса «Минең олатайым -  герой» йыры хисле яңғырай.

Әҙерлек төркөмдәрендә (6-7 йәш) байрам спорт эстафетаһы формаһында үтә. Балалар етеҙлектә, тиҙлектә, теүәллектә ярыша. Дөйөм алғанда, дуҫлыҡ еңеп сыға. Сара «Еңеү көнө»йырын бергәләп башҡарыу менән тамамлана.

"Тынлыҡ минуты " - балалар өсөн хәтер дәресе. Бер минут тынлыҡтан һуң,    тыныслыҡта йәшәр өсөн, беҙ хәтерләйбеҙ, онотмайбыҙ, икәнлекте аңлар өсөн тыныслыҡ тураһында дөйөм йыр башҡаралар.

"Беҙ тәрбиәләнеүселәребеҙҙең илһөйәрҙәр булып үҫеүен теләйбеҙ. Был байрам ата-бабаларҙың батырлығы онотолмаһын өсөн мөһим аҙым булып тора. Ата-әсәләргә костюмдар һәм әҙерләүҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт. Балаларыбыҙҙың йөрәгендә хәтер тере саҡта беҙ еңелеүһеҙ! Еңеү көнө менән!" — тине тәрбиәселәр.

Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ!
Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ!
Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ!
Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ!
Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ!
Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ!
Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ!
Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ!
Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ!
Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас