

Асҡын 2-се балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә байтаҡ саралар ойошторола. Бөгөн тағы ла шуға асыҡ дәлил булып, “Дуҫлыҡ” әҙерлек төркөмөнә тантаналы рәүештә геройҙарыбыҙ-сик һаҡсылары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар — Хафизов Рәшит Ҡадир улы һәм Сафронов Константин Владимировичтың исемдәре бирелде.
Тантанала Хафизов Рәшиттең әсәһе Тәнзилә Ғәбделбарый ҡыҙы, тормош иптәше Анна Владимировна, улы Наил, апайҙары Гөлзифа Мөхәмәтдинова, Рәшиҙә Шәрәфетдинова, Сафронов Константиндың тормош иптәше Любовь Карловна, улы Аркадий, шулай уҡ мәғариф бүлеге, балалар баҡсаһының ата-әсәләр комитеты, Асҡын районы сик буйы туғанлығы вәкилдәре ҡатнашты.
Тулҡынландырғыс сара тәрбиәселәрҙең һәм тәрбиәләнеүселәрҙең дәүләт гимндарын башҡарыуы менән асылды. Балалар баҡсаһы мөдире Лариса Фәрит ҡыҙы ҡатнашыусыларҙы ҡунаҡтар менән таныштырҙы һәм “Дуҫлыҡ” әҙерлек төркөмөнә махсус хәрби операцияла ҡатнашып, хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батырҙарса һәләк булған ике дуҫ, яуҙаш — Асҡын районының Гөмбә ауылынан Хафизов Рәшит Ҡадир улы һәм Өфө ҡалаһынан Сафронов Константин Владимирович исемдәрен бирергә ҡарар ҡылыуҙарын әйтте. Был осраҡлы ла түгел, сөнки ошо ике батырҙың исеме балаларға яҡшы таныш. Бер йыл элек балалар баҡсаһында шатлыҡлы һәм мөһим ваҡиға булғайны – ул саҡта “Дуҫлыҡ” төркөмө тәрбиәләнеүселәре тантаналы рәүештә сик һаҡсылары формаһын алды. Асҡын районы сик һаҡсылары туғанлығы балаларға сик һаҡсылары береттарын, ә ул ваҡытта махсус хәрби операцияла булған Рәшит Ҡадир улы менән Константин Владимирович камуфляж костюмдары бүләк итә. Кескәйҙәр ошо кейемдәрҙә Еңеү парадында, башҡа илһөйәрлек һәм тантаналы сараларҙа ҡатнаша.
Ике ҡыйыу яугир МХО-ға беренсе мобилизация ваҡытында оҙатылып, беренсе көндәрҙән үк ил тыныслығы өсөн бергә хеҙмәт итә һәм 2025 йылдың 23 декабрендә икеһе лә хәрби бурыстарын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Сарала һәр сығыш яһаусы уларҙың тыныс тормошта ла изге күңелле, ышаныслы, ярҙамсыл, Тыуған иленең ысын патриоты булыуын билдәләне, яҡындарына рәхмәт әйтте һәм улар исемен йөрөтәсәк төркөм кескәйҙәренә батырҙарыбыҙға лайыҡлы алмаш булып үҫеүҙәрен, исемдәренә тап төшөрмәүҙәрен теләне. Һәр береһенең сығышы тиҙерәк донъяла тыныслыҡ урынлашһын, балалар атайлы үҫһен, әсәйҙәр, ҡатындар яҡындарын ошондай аяуһыҙ һуғыштарҙа юғалтмаһын ине, тигән теләктәр менән тамамланды.
Тәжрибәле тәрбиәсе Рәшиҙә Шәрәфетдинова етәкләгән “Дуҫлыҡ” әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре Хафизов Рәшит Ҡадир улы һәм Сафронов Константин Владимирович исемдәренә тап төшөрмәҫкә вәғәҙә бирҙе һәм аяҡ өҫтө баҫып, “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” йырын башҡарҙы. Был тулҡынландырғыс мәлдәр һәр ҡатнашыусының күңеленә үтеп инде.
Сара аҙағында Вилшат Сөләймәнов етәкселегендәге Асҡын районы сик буйы туғанлығы вәкилдәре, геройҙарҙың яҡындары кескәйҙәргә татлы күстәнәстәр таратты, барыһы ла бергәләп иҫтәлеккә фотоға төштө.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.