Йәнтөйәк
+22 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
5 Мая , 17:10

Батырлыҡ йылъяҙмаһы Милли архивта һаҡланасаҡ

Яҡташтарыбыҙ ҡаһарманлығы онотолорға тейеш түгел.

Батырлыҡ йылъяҙмаһы Милли архивта һаҡланасаҡБатырлыҡ йылъяҙмаһы Милли архивта һаҡланасаҡ
Батырлыҡ йылъяҙмаһы Милли архивта һаҡланасаҡ

5 майҙа республиканың ҙур дәүләт медиахолдингтары – “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто етәкселәре мәңгелек һаҡлауға махсус хәрби операция менән бәйле материалдарҙы тапшырыу тураһында килешеүҙе нығытты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуын үтәү сиктәрендә, ведомстволар Башҡортостандан сығыусы яугирҙәрҙең хәрби юлы, батырлығы тураһында материалдарҙы йыя, архивлаштыра.

Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев һүҙҙәренә ҡарағанда, МХО биләмәһендә Башҡортостандан даими рәүештә 40-лап хәрби хәбәрсе эшләй. Уларҙың репортаждары, әңгәмәләре, эксклюзив кадрҙары ваҡиғаларҙың документаль хроникаһы өсөн нигеҙ булып торасаҡ.

Милли архив менән килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов сығыш яһап, датаның үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды - 5 майҙа Совет осоронда Матбуғат көнө билдәләнгән. Башҡортостандың Хәрби хәбәрселәр тураһында закон ҡабул иткән Рәсәйҙә беренсе төбәк булыуын да әйтте ул.

–Хәрби хәбәрселәр һәр ваҡыт тиерлек беҙҙең яугирҙәр менән алғы һыҙыҡта йөрөй. Егеттәребеҙҙең батырлыҡтарын, көндәлек тормошон күрһәтәләр. Был - ябай булмаған, хәүефле эш. Ул быуаттар дауамында киләсәк быуындың хәтерендә һаҡланырға тейеш, – тине Марат Ғәзизов.  

Башҡортостандың Милли архивы директоры Кинйә Күскилдин архив хеҙмәттәренең был йүнәлештә эшләүҙәре тураһында белдерҙе.

-Беҙ электрон һәм ҡағыҙ мәғлүмәттәр, радио- документтар алабыҙ. Был йәһәттән беҙҙе ҙур эштәр көтә, - тине ул.

“Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина махсус хәрби операция тураһында журналистарҙың медиаматериалдарын тапшырыуҙың киләсәк быуын өсөн мөһимлеген билдәләне. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы етәксеһе Рауил Зарипов журналистарҙың ағымдағы эшенең тулы тарихи документҡа әүерелеүен иғтибарға алды.  

Сығанаҡ:

https://mgazeta.com/news/novosti/2026-05-05/letopis-muzhestva-mediynoe-nasledie-svo-sohranyat-v-natsionalnom-arhive-bashkirii-4675596

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас