Йәнтөйәк
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
5 Мая , 12:20

Асҡында “Хәтер баҡсаһы” шыршылары ултыртылды

Бөгөн Асҡын районында уҙған «Хәтер баҡсаһы» акцияһы дөйөм һәм мөһим эш өсөн төрлө быуын кешеләрен берләштерҙе. Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Алмаз Исхаҡов сәләмләп,  тарихи хәтерҙе һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлауҙың оло  әһәмиәтен билдәләне.  

Асҡында “Хәтер баҡсаһы” шыршылары ултыртылдыАсҡында “Хәтер баҡсаһы” шыршылары ултыртылды
Асҡында “Хәтер баҡсаһы” шыршылары ултыртылды

 

Асҡын участка урмансылығы биләмәһендә Йырмаялан ауылы янында 49-сы  кварталда (28 бүлек) бер гектар майҙанда дүрт мең төп  өс йыллыҡ шыршы үҫентеләре ултыртылды.

Иртә менән бында эш ҡайнай: ҡатнашыусылар, урманды тергеҙеүгә генә түгел, ә хәтерҙе һаҡлауға ла өлөш индергәндәрен аңлап, эшкә ҙур теләк менән тотондо.

Акцияға Линар Саҙртдинов етәкселегендәге Краснохолмск нефть һәм газ сығарыу төбәге «Башнефть-Добыча» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Мөнир Низамов етәкселегендәге Асҡын урман хужалығы, Марсель Ғабдрахманов етәкселегендәге Асҡын урмансылығы бүлексәләре коллективтары, Федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүенең Бөрө район-ара территориаль бүлеге вәкилдәре, Башҡортостан ауыл хужалығы һөнәри колледжы уҡытыусылары һәм студенттары ҡушылды.

Сарала ҡатнашыусылар араһында махсус хәрби операциянан демобилизацияланған Радик Фәхрисламов та бар ине. Ул Асҡын районы буйынса хәрби-һауа көстәре  ветерандары ассоциацияһы ағзаһы, Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән. Бөгөн яугир ветеран Асҡын урман хужалығында һаҡсы булып эшләй һәм ағас  ултыртыуҙа ихлас ҡатнашты.

 

- Ағас ултыртһаң, аңлайһың: был эш кенә түгел, — тип уртаҡлашты Радик Фәһәмәтдин улы.—  Был илебеҙ өсөн ғүмерен биргән кешеләр тураһында иҫтәлек. Йылдар үткәс тә кешеләр бында килеп, был урманға ҡарап, иҫтә алһын ине. Минең өсөн был бик шәхси тема.

Ҡатнашыусыларҙы, ә был 40 -тан ашыу кешене, эш бөткәс, һалдат бутҡаһы менән һыйланылар. Ул берҙәмлектең тағы бер символына әүерелде, бергә булыуҙың һәм бер-береңә ярҙам итеүҙең мөһимлеген иҫкә төшөрҙө.

«Хәтер баҡсаһы» акцияһы йылдан-йыл күберәк кешеләрҙе берләштерә.  Асҡын ерендә ултыртылған һәр үҫенте — ул киләсәк ағас ҡына түгел. Был урман менән бергә үҫәсәк тере рәхмәт, хәтер һәм өмөт.

Алия Ғилуанова.

Асҡында “Хәтер баҡсаһы” шыршылары ултыртылды
Асҡында “Хәтер баҡсаһы” шыршылары ултыртылды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас