

Уҡыусылар юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, яҡшы әҙерлек, рух көсө һәм команда берҙәмлеге күрһәтте: “Көс сыҙамлығы”, “Экстремаль шарттарҙа йәшәү”, “Хәрби хәбәрселәр ярышы”нда — I , “Штурмовиктар ярышы” һәм “РХБЗ”-ла III урындар яуланы.
Балалар, районда юғары әҙерлек һәм патриотик тәрбиә кимәлен раҫлап, еңеүгә сыҙамлыҡ, белем һәм ысын ихтыяр көсө күрһәтте.
Ҡашҡа урта мәктәбе командаһын һәм уҡыусыларҙың остаздарын лайыҡлы уңыштары менән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!