Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
3 Мая , 04:15

Офицер хәҙер йәш быуынға тәжрибәһен уртаҡлашасаҡ

2022 – 2024 йылдарҙа Василий Павлович махсус хәрби операция биләмәһендә була.

Офицер хәҙер йәш быуынға тәжрибәһен уртаҡлашасаҡОфицер хәҙер йәш быуынға тәжрибәһен уртаҡлашасаҡ
Офицер хәҙер йәш быуынға тәжрибәһен уртаҡлашасаҡ

“Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы финалисы Василий Павлович Власов Межгорье ҡалаһының мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Подполковник Василий Власов ғүмер буйы армияға кешеләрҙе йәлеп итеү менән шөғөлләнә. “Комплектлау” ғына түгел, ә кәрәкле ваҡытта әҙерлеге булған яугирҙәрҙең алғы һыҙыҡта тороуын тәьмин итә.

Василий Власов маршал К.К. Рокоссовский исемендәге Алыҫ Көнсығыш юғары хәрби команда училищеһын тамамлаған. Хәрби хеҙмәт юлы иһә 2009 йылда уҡ башлана: мотоуҡсылар взводы командиры, һуңынан рота командиры, ут әҙерлеге уҡытыусыһы, уҡыу үҙәгенең кадрҙар бүлеге начальнигы, округ уҡыу үҙәге һәм, ниһайәт, армия кадрҙар бүлеге начальнигы.

2022 – 2024 йылдарҙа Василий Павлович махсус хәрби операция биләмәһендә була. Уның төп бурысы – частарҙы оператив рәүештә шәхси состав менән комплектлау. Тап ошондай офицерҙар подразделениеларҙы ваҡытында тулыландырыуҙы тәьмин итә. Был эше өсөн ул “Суворов” һәм “Жуков” миҙалдары менән бүләкләнә.

Ғүмер буйы Ватаныбыҙҙы яҡларға әҙер булған кешеләрҙе беренсе урынға ҡуйған офицер хәҙер йәш быуынға тәжрибәһен уртаҡлашасаҡ.

Фото: “Башҡортостан геройҙары” сәхифәһенән.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас