Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
3 Мая , 14:45

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Өфөнән тәүге осош 7 майҙа була.

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асылаМайҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла
Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

«РусЛайн» авиакомпанияһының яңы Өфө — Сухум тура рейсы асыла. Өфөнән тәүге осош 7 майҙа була. Башҡортостандың Транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, рейстар аҙна һайын: шаршамбы Сухумдан, ә кесаҙна Өфөнән 50 урынлыҡ Bombardier CRJ100/200 самолеттарында башҡарыла.

Юлға 3 сәғәт 25 минут ваҡыт китә.

«Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәр тура авиарейс менән Абхазия курорттарына тиҙ генә барып етә ала. Элек бының өсөн Сочиҙа икенсе транспортҡа күсеп ултырырға кәрәк ине», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Автор:
Читайте нас