Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
3 Мая , 06:20

Азат Ярмуллин: иҫке һәйкәл урынына бронзанан яңыны ҡойорға

Реставраторҙар һәйкәлде буяуынан таҙартҡан, уның торошо тағы ла хөртөрәк икәнен күрҙек ти. Ысынлап та суйын һәйкәл ныҡ бирешкән, тутығыу, коррозия ғына түгел, суйындың сатнаған урындары ла бар, ти ул. 

Азат Ярмуллин: иҫке һәйкәл урынына бронзанан яңыны ҡойорғаАзат Ярмуллин: иҫке һәйкәл урынына бронзанан яңыны ҡойорға
Азат Ярмуллин: иҫке һәйкәл урынына бронзанан яңыны ҡойорға

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаев һәйкәленә реконструкция барған цехҡа журналистар һәм йәмәғәтселәр өсөн экскурсия ойошторолдо. Шулай уҡ һәйкәл янында реконструкция барышын Күҙәтеү советының сираттағы күсмә ултырышы ла үтте. Унан һуң Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, тарихсы Азат ЯРМУЛЛИН үҙ фекере менән уртаҡлашты.

– Ошо көндәрҙә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауҙы күҙәтеү советы ағзалары Черниковка биҫтәһендә эш барышы менән танышты. Совет ағзаһы булараҡ миңә лә ҡатнашырға, милли батырыбыҙ һәйкәленең хәле менән яҡындан танышырға насип булды. Реставраторҙар һәйкәлде буяуынан таҙартҡан, уның торошо тағы ла хөртөрәк икәнен күрҙек ти. Ысынлап та суйын һәйкәл ныҡ бирешкән, тутығыу, коррозия ғына түгел, суйындың сатнаған урындары ла бар. Республика Башлығының һәйкәлде, заманында скульптор Тавасиев теләгәнсә, бронзанан эшләү фекерен хуплайым. Белгестәр әйтеүенсә, бындай ҙурлыҡтағы суйын һәйкәлдәр юҡ, ғөмүмән, суйын һәйкәл өсөн ҡулайлы металл түгел, шуның һөҙөмтәһен Салауат Юлаев һәйкәлендә әле асыҡ күрәбеҙ. Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен эшләү мәсьәләһен беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2024 йылда уҡ күтәргәйнек. Милли батырыбыҙҙың һәйкәле бронзанан эшләнеп ҡуйылһа, халҡыбыҙ, республикабыҙ өсөн ҙур бүләк булыр ине тип ышанам, - тине ул. 

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас