Йәнтөйәк
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
2 Мая , 05:55

Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе

Бөгөн, 2 майҙа, Башҡортостанда Хәтер һәм хөрмәт көнө уҙғарыла. Ошо уңайҙан районыбыҙҙа һәр ауылда зыяраттарҙы тәртипкә килтереү буйынса өмәләр уҙа.  Солтанбәктәр ҙә бөгөн дәррәү өмәгә йыйылды.

Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙеСолтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе

Башҡортостанда бөгөн Хәтер һәм хөрмәт көнө уҙа. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә хәбәр иткәйне.

“Беҙ был датаны  бер нисә йыл элек рухи лидерҙар менән кәңәшләшеп урынлаштырҙыҡ. Был көн конфессияларҙың береһенә лә бәйле түгел, әммә ул йыл һайын үткәрелеүсе мөһим ритуалға әйләнә – яҡындарының ҡәберҙәренә килеп, ҡыштан һуң тәртип урынлаштырыу мөмкинлеге”, — тине Радий Хәбиров.

Май байрамдарында  зыяратҡа барып, ҡәберҙәрҙе таҙартыу, уларҙың тирә-яғын тәртикә килтереү Солтанбәк ауылында күптән изге йолаға әйләнгән.  

"Тереләрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тиҙәр. Ысынлап та, хаҡ әйтелгән һүҙҙәр. Был фани донъяла изгелек ҡылып, сауаплы эштәр башҡарып, мәңгелек йортҡа күскәндәрҙе иҫкә алып, зыярат ҡылыу беҙҙең бурыс булып тора һәм солтанбәктәр быны яҡшы аңлай. Шуға ла бөгөн аяҙ ҡояшлы көндә иртә менән зыяратты тәртипкә килтереү өсөн дәррәү өмәгә йыйылдыҡ. Ҡороған үләндәрҙе тырматып, йыйып түгәбеҙ, ҡәберҙәрҙе тәртипкә килтерәбеҙ. Ауылдаштарыбыҙ өмәлә әүҙем ҡатнаша. Ситтән ҡайтыусылар ҙа бик күп. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә алған трактор һәм арба ҙур ярҙам булып тора. Водитель Раушан Ҡәүиев трактор менән сүпте тейешле урынға ташып тора. Эш ырамлы бара, — тип хәбәр итте Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева. — Өмәгә килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт. Һәр ваҡыт берҙәм булайыҡ, мәрхүм ата-әсәләребеҙҙең, туғандарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың мәңгелек йортон тәртиптә тотайыҡ. Ауыл зыяратында ерләнгәндәрҙең рухтары тыныс булһын ”.

Наилә Имаева.

Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Солтанбәктәр зыяратты тәртипкә килтерҙе
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас