

Бүләкләнеүселәр араһында асҡындар ҙа булыуы һөйөнөслө.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов «Батырлыҡ өсөн» миҙалдарын Урмияҙ ауылы Ленин ордены кавалеры Зиннәт Хисмәтулла улы Хисмәтуллин исемендәге мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы 14 йәшлек Айнурға һәм 5-се класс уҡыусыһы 11 йәшлек Адикка тапшырҙы.
2026 йылдың 2 мартында Иҫке Күскилде ауылында күп балалы Аскабаловтар ғаиләһенең йортонда булған янғында балалар ысын батырлыҡ күрһәтә. Улар, ҡурҡыныс хәлдә юғалып ҡалмайынса, тәҙрәне ватып, ҡустыларын юрғанға төрөп, ут ялмап алған йорттан алып сығып, ғүмерен ҡотҡара. Ҡыйыулыҡ, яуаплылыҡ һәм рух көсөн күрһәткән малайҙар менән ғорурланабыҙ!
Тантаналы сара барышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе Һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы федераль янғынға ҡаршы хеҙмәтенең 26-сы янғын-ҡотҡарыу отрядының 64-се янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы урынбаҫары Антон Ванзинға халыҡты һәм территорияларҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлауға ҙур өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Ҡыйыу малайҙарҙы һәм Антон Владимировичты лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ. Артабан да уңыштар теләйбеҙ!