Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
30 Апреля , 07:05

Башҡортостан дәүләт-ара мәғариф диалогы майҙансығына әүерелә

Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙең Үҙәк Азия илдәре, шул иҫәптән Ҡырғыҙстан менән үҙ-ара эш итеүҙең етди майҙансығы булып тора. Башҡортостан Ҡырғыҙстанда рус телле мәктәптәр асыу проектында ҡатнаша. Был йәһәттән беҙҙең М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты маҡсатлы эшмәкәрлек алып бара. 

Башҡортостан дәүләт-ара мәғариф диалогы майҙансығына әүереләБашҡортостан дәүләт-ара мәғариф диалогы майҙансығына әүерелә
Башҡортостан дәүләт-ара мәғариф диалогы майҙансығына әүерелә

 29 апрелдә Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов һәм Ҡырғыҙстан Республикаһының мәғариф министры Догдуркул Кендирбаева килде. Абруйлы ҡунаҡтарҙың визитына бәйле сараларҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнаша.

Төп программа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты майҙансығында уҙа. Сәфәр барышында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының технопаркы һәм университет проекттары менән танышыу, Ҡырғыҙ мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәгенә барыу, уртаҡ мәктәптәр төҙөү мәсьәләһе буйынса киңәйтелгән составта ике яҡлы кәңәшмә, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре практикаһында ҡатнашыусылар менән осрашыу ҡаралған.

Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙең Үҙәк Азия илдәре, шул иҫәптән Ҡырғыҙстан менән үҙ-ара эш итеүҙең етди майҙансығы булып тора. Башҡортостан Ҡырғыҙстанда рус телле мәктәптәр асыу проектында ҡатнаша. Был йәһәттән беҙҙең М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты маҡсатлы эшмәкәрлек алып бара. Әлеге ваҡытта Аҡмулла университетында 250-нән ашыу студент белем ала. БДПУ – Рәсәйҙә ҡырғыҙ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҙерләгән берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Был уҡыу йортонда ҡырғыҙ телен, әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү, Ҡырғыҙстан Республикаһының белем биреү ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙар һәм ҡырғыҙ ғалимдарының лекцияларын уҙғарыу өсөн ойошторолған “Манас-Урал” ҡырғыҙ мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге эшләй.

Ҡырғыҙстан Республикаһынан 24 меңдән ашыу уҡыусы рус теле буйынса олимпиадала ҡатнашҡан, 1300 педагог квалификация күтәреү курстарын үткән, дүрт Асыҡ белем биреү үҙәге даими эшләй, уларҙа 2000-дән ашыу тыңлаусы белем алған.

Ғөмүмән, ике республика ла мәғариф өлкәһендә бер-береһенән өйрәнәһе яңы йүнәлештәрҙең булыуын билдәләй. Мәҫәлән, беҙҙә полилингваль белем биреү системаһы үҫеш кисерә һәм күп төбәктәр өсөн өлгө булып тора. Быйыл март айында республика Башлығы Радий Хәбиров видеокәңәшмә алымында төбәктәге 12-се полилингваль мәктәпте асты. Республика төбәктең этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған һәм мәҙәниәттәр диалогын нығытҡан белем биреү моделен үҫтерә. Башҡа төбәктәрҙә һәм илдәрҙә, шул иҫәптән Ҡырғыҙстанда ла, яңы мәктәптәр өсөн уҡыу пландарын төҙөгәндә ошо тәжрибәнең файҙаланылыуы ихтимал.

Ғөмүмән, Башҡортостан менән Ҡырғыҙстанды уртаҡ мәҙәни тамырҙар, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр һәм берлектәге гуманитар проекттар бәйләй.

ФЕКЕР

Артур Рәмил улы СӨЛӘЙМӘНОВ, сәйәсәт фәндәре кандидаты, Өфө дәүләт нефть техник унивеситеты доценты, "Берлек" гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге эксперты:

– Башҡортостандың Ҡырғыҙстан Республикаһында рус телле мәктәптәр асыу проектында ҡатнашыуы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты биш йыл дауамында Ҡырғыҙстан Республикаһында Рәсәй федераль дәүләт мәғариф стандарттары буйынса эшләгән берлектәге мәктәптәр булдырыу буйынса проекттың ойоштороусы-операторы булып сығыш яһауы бик тә тәбиғи, сөнки беҙҙе мәҙәниәт, тарих, тел, рухиәт йәһәтенән уртаҡ ҡиммәттәр бәйләй. Был эштең маҡсаты – Рәсәйҙә дөйөм белем биреүҙең иң яҡшы тәжрибәләрен таратыу һәм берлектәге туғыҙ Рәсәй-ҡырғыҙ мәктәбенең һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итеү.  

Был проект гуманитар әһәмиәткә эйә булыу менән бер рәттән, Евразия иҡтисади интеграцияһын үҫтереү һәм Рәсәй менән Ҡырғыҙстандың үҙ-ара файҙалы иҡтисади хеҙмәттәшлеге өсөн дә мөһим. Рус теле – дөйөм тарихыбыҙҙың мөһим элементы ғына түгел, шулай уҡ хәҙерге заман иҡтисады, технологиялары һәм мәҙәниәте теле. Рус теле Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе киңлегендә уны белеүсене конкурентлы белгескә әүерелдерә.

Ошо проект ярҙамында бөгөнгө көн һәм киләсәк өсөн кадрҙар әҙерләйбеҙ. Ә был эш тәү сиратта мәктәптән башлана.

Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайтынан. 
Аҙаҡҡы фотола - А.Р. Сөләймәнов (фото шәхси альбомдан). 

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2026-04-30/bash-ortostan-d-l-t-ara-m-arif-dialogy-may-ansy-yna-erel-4670757

 
Башҡортостан дәүләт-ара мәғариф диалогы майҙансығына әүерелә
Башҡортостан дәүләт-ара мәғариф диалогы майҙансығына әүерелә
Автор:
Читайте нас