

Асҡын районына эш сәфәре сиктәрендә «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Шамил Ғосман улы Шәрипов Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Вадим Фәнил улы Ғәләүетдинов һәм медицина фәндәре докторы, профессор , «Рәсәй пенсионерҙар партияһы»ның Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Айрат Миҙхәт улы Ханов менән берлектә Асҡын поликлиникаһында була.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов һәм Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илдар Радик улы Шакиров оҙатып йөрөй.
Сәфәр барышында ҡунаҡтар медицина учреждениеһының эшен ойоштороу, пациенттарҙы ҡабул итеү шарттары, кабинеттарҙы йыһазландырыу һәм район халҡы өсөн медицина ярҙамы күрһәтеү кимәле менән таныша. Хеҙмәт күрһәтеү сифатына, пациенттар һәм медицина персоналы өсөн уңайлы һәм заманса мөхит булдырыуға айырыуса иғтибар бүленә.
Шулай уҡ райондың һаулыҡ һаҡлау системаһын артабан үҫтереү, учреждениеның матди-техник базаһын нығытыу һәм медицина ярҙамының беренсел звеноһын камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелә.