

Унда Асҡын, Ҡубияҙ, Урмияҙ һәм Иҫке Ҡаҙансы ауылдары мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Барлығы 32 йәш спортсы ете ауырлыҡ категорияһы буйынса көрәште.
Спорт сараһын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәмзил Мәснәүиев сығыш яһап, спортсыларға уңыштар теләне.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса үҙҙәренең ауырлыҡ категорияһында Ҡубияҙ мәктәбенән — Арина Нишонова, Ильяс Әхмәтйәнов, Искәндәр Нуртдинов, Әнфис Маәснәүиев,
Урмияҙ мәктәбенән Айнур Аскабалов, Рианна Нуртдинова, Тимур Әүхәҙиев чемпион булды һәм спорт мәктәбенең миҙал һәм грамоталары менән бүләкләнде.
Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!