

Ватанды һаҡлаусылар өсөн дәүләт киң ярҙам саралары пакеты булдырҙы. МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн төрлө льготалар даими рәүештә тулылана, ҡайһы берҙәренә үҙгәрештәр индерелә.
Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тәғәйен һалым льготалары тураһында һөйләргә теләйбеҙ.
МХО-ла ҡатнашыусыларға мөлкәт һалымына ташламалар бар. Был осраҡта һүҙ шәхси торлаҡ, гараж, йорт, ер, автомобиль тураһында бара. Льгота бер берәмеккә ғәмәлдә: бер йорт, бер автомобиль һәм башҡалар. Мәҫәлән, яугир иҫәбендә ике машина булһа, икенсеһе өсөн һалым киләсәк. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә ҡулланылғандан мөлкәт тә һалымдан азат ителмәй.
Урындағы Федераль һалым хеҙмәте һеҙҙең хеҙмәт итеүегеҙҙе һәм һалым түләмәүегеҙҙе белергә тейеш. Системала өҙөклөк булған осраҡта һалым органына мөрәжәғәт итеүҙән тартынмағыҙ – ведомствола килеп тыуған хәлде тикшереп, тиҙ арала хәлде төҙәтәсәктәр.
Әгәр ҙә яугир хәрби хеҙмәт үткән йылдар өсөн һалым декларацияһын биреп өлгөрмәһә, ул быны контракт тамамланғандан һуң өсөнсө айҙың 25-енә тиклем эшләй ала.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың түбәндәге төр килемдәре НДФЛ түләүҙән азат ителә:
– МХО-ла ҡатнашыусыға мобилизация/контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеүгә тәғәйен аҡса һәм мөлкәт түләүҙәре;
– Контракт төҙөгән өсөн эш биреүсе йәки дәүләт тарафынан түләнгән матди ярҙам;
– МХО-ла ҡатнашыусыға (уның ғаиләһенә) яраланыу, сәләмәтлеккә зыян килеүгә бәйле башҡа төрлө матди ярҙам.
Фото: УФНС по РБ.
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова