

«Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Байрам алдынан һеҙҙе Рәсәй Федерацияһының Янғын һағы көнө менән ҡотлайым. Героик һөнәр, һеҙ үҙегеҙ ҙә – ҡыйыу кешеләр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда, янғын сыҡҡанда тәүгеләрҙән булып ярҙамға киләһегеҙ. Йыл һайын меңдән ашыу кешене янғындан ҡотҡараһығыҙ. Бының өсөн ҙур рәхмәт.
Бөгөн традиция буйынса подразделениеларға хәрби техника тапшырабыҙ. Был бик мөһим. Бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, янғын хеҙмәтен нығытасаҡбыҙ. Янғын һағы хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына «ҡоро еңдәр» теләйбеҙ! Сәләмәт булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм байрам менән», – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров шулай уҡ республиканың янғын һағы хеҙмәтенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Бүләкләү тантанаһынан һуң республика етәксеһе яңы техниканы ҡараны. Улар янғындар, шул иҫәптән ландшафт һәм урман янғындары менән һөҙөмтәле көрәшергә ярҙам итәсәк. Бер нисә берәмек тағылмалы янғын һүндереү техникаһы райондарҙың ирекле янғын һүндереү командаларына тәғәйенләнгән.
Белешмә
Башҡортостанда янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһын ғәмәлгә ашырыуға 2 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелгән. Республикала 6 янғын депоһы төҙөлгән, 8 янғын подразделениеһы булдырылған. 70 берәмек махсус техника, Ка-32 вертолеты һатып алынған. Ирекле янғын дружиналарына 300-гә яҡын берәмек тағылмалы һәм төп янғын техникаһы тапшырылған.
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыhttps://bash.bashinform.ru/news/social/2026-04-29/bash-ortostan-bashly-y-yan-yn-ndere-sel-rg-ya-y-yan-yn-ot-aryu-tehnika-y-as-ystaryn-tapshyr-y-4653524