Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Апрель , 14:45

Һәр ағас — герой тураһында хәтер

Асҡын районы халыҡты берләштергән «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһына ҡушылды.

Һәр ағас — герой тураһында хәтерҺәр ағас — герой тураһында хәтер
Һәр ағас — герой тураһында хәтер

Еңеүҙең 81 йыллығында бөтә ил һәм ситтә “Хәтер баҡсаһы” акцияһының етенсе миҙгелендә ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һәр кем иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртасаҡ. 

Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Сад-памяти.рф сайтының интерактив картаһында кәрәкле төбәкте һайларға һәм уңайлы локацияла теркәлергә кәрәк. Кәрәкле инвентарь һәм ултыртыу материалы урында биреләсәк. Акцияла ҡатнашыусылар шулай уҡ үҙҙәренең ағастарын үҙҙәре ултырта, артабан проект картаһына локация өҫтәй ала.

Акция Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса “Экологик именлек” милли проектына ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла. 

Беҙҙең районда Ҡаҙансы участка урмансылығы биләмәһендә Әлйәгеш ауылы эргәһендә ултыртылды. 1,3 гектар майҙанлы участка 100-сө кварталда 25-се бүлектә һайлана. Бында акцияла ҡатнашыусы 30-ҙан ашыу кеше өс йыллыҡ шыршы үҫентеләре ултыртты.

Сараны ойоштороусылар булып урман участкаларын ҡуртымға алыусылар — Хәмит Фәйзрахманов етәкселегендәге «Асҡын урман сәнәғәтселәре» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы сығыш яһаны. Акцияға урмансылыҡ вәкилдәре, урындағы халыҡ, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Иван Рупасов ҡушыла.

"Урмансылыҡтар идаралығы" учреждениеһы   етәксеһе Марсель Ғабдрахманов билдәләүенсә, бындай акциялар айырыуса әһәмиәткә эйә:

— "Хәтер баҡсаһы" —  ул ағас ултыртыу ғына түгел. Был тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм бер үк ваҡытта урмандарыбыҙҙың киләсәгенә индергән өлөш. Бындай сараларҙа төрлө быуын кешеләренең, шул иҫәптән йәштәрҙең ҡатнашыуы бик мөһим.

2026 йылда Башҡортостан Республикаһында «Хәтер баҡсаһы» акцияһы 13 майға тиклем дауам итәсәк. Төбәктә ике йөҙҙән ашыу участкала ике миллионға яҡын ағас ултыртыу планлаштырыла.

— Изге ниәт   менән ултыртылған бөтә үҫентеләр ҙә уңышлы ғына тамыр алып, бер нисә йылдан барыбыҙ ҙа уларҙың матурлығына һоҡланырбыҙ һәм хеҙмәт емештәрен күрербеҙ, тип ышанабыҙ, – ти акцияны ойоштороусылар.

Алия Ғилуанова.

Наилә Имаева.

Һәр ағас — герой тураһында хәтер
Һәр ағас — герой тураһында хәтер
Һәр ағас — герой тураһында хәтер
Һәр ағас — герой тураһында хәтер
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас