Йәнтөйәк
+12 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
28 Апреля , 15:26

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы график баҫтырып сығарҙы.

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй?Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй?
Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй?

 

Уға ярашлы, 1, 2, 9, 11 майҙа амбулаториялар һәм поликлиникалар шәмбе графигы буйынса эшләй (иртәнге сәғәт 8-ҙән 4-кә тиклем шылтыратып саҡыртырға мөмкин) 3, 10 май – ял көндәре.

Профтикшереүҙәр һәм диспансеризация: 1, 2, 9, 11 май.

Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары: 1, 2, 9, 11 майҙа. Был көндәрҙә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар район-ара яралғыны антенаталь һаҡлау кабинеттарында УЗИ-скрининг үтә ала.

Яңы тыуған сабыйҙарға неонаталь скрининг көн һайын үткәрелә. Биоматериал Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә.

Өфө һәм Стәрлетамаҡ стоматология поликлиникаларының эш графигы бында.

Дәүләт дарыуханалары ла май байрамдарында эшләй.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-04-28/may-bayramdarynda-respublika-dauahanalary-nisek-eshl-y-4653417

 
 
Автор:
Читайте нас