

МАХ мессенджерындағы махсус чат-бот сиратһыҙ һәм шылтыратыуһыҙ табипҡа эләгергә ярҙам итер. Уның эш тәртибе ябай: пациент МАХ-та теркәлә; @rb_k_vrachu_bot тигән ботты эшләтә йәки https://max.ru/rb_k_vrachu_bot һылтанмаһы буйынса күсә; СНИЛС һәм тыуған көнө буйынса идентификация үтә; ҡабул итеү көнөн һәм ваҡытын күрһәтеп, специальносы буйынса табипҡа яҙыла.
Чат-бот ярҙамында үҙеңде генә түгел, туғандарыңды ла табипҡа күренеүгә яҙҙыртырға мөмкин. Бот ғәмәлдәге ҡабул итеү сараһы тураһында мәғлүмәт бирә, унда шулай уҡ планлаштырылған сараны кисектерергә лә була.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бот аша табипҡа яҙылыу Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетта, Башҡортостан Республикаһының Берҙәм медицина порталында һәм “Табипҡа” тигән мобиль ҡушымтала ла күренә.