

Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, ведомство ҡарамағындағы янғын-ҡотҡарыу подразделениелары 2026 йылдың янғын хәүефе осорона тулыһынса әҙер.
Тәбиғәт янғындары хәүефен иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостанда 1 500 аҫып йөрөтмәле янғын һүндергес һәм 29 күсмә янғын резервуары әҙерләнгән. Ике меңдән ашыу ирекмән янғын һүндереү программаһы буйынса әҙерлек үткән. Майҙа республика Уҡыу-методик үҙәге базаһында өҫтәмә рәүештә тағы ла 438 ирекмән уҡытыласаҡ.
– Ландшафт янғындарын һүндереү өсөн көстәр һәм саралар 9 мең кешене һәм 2 мең берәмек техниканы берләштерә, – тип йомғаҡ яһаны Кирилл Первов.
Республиканың урман фонды биләмәһендә лә өҫтәмә саралар индерергә планлаштыралар. Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, урмандарҙың янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 2026 йылға 12,3 мең кешене һәм 3,5 мең берәмек техниканы йәлеп итеүҙе күҙ уңында тотҡан йыйылма план раҫланды, тип хәбәр итте.
Биләмәләрҙең торошон күҙәтеү урман фондының авиация һәм ер өҫтө патруле, шулай уҡ «Урман һаҡсыһы» системаһының 22 видеокамераһы ярҙамында алып барыла.
– Быйыл урман янғындары формированиеларының матди базаһын нығытыуҙы дауам итәсәкбеҙ, – тип билдәләне Марат Шәрәфетдинов. – Ете берәмек техника һатып алырға һәм «Урман һаҡсыһы» системаһында өҫтәмә рәүештә 35 камера ҡуйырға ниәтләйбеҙ.
Башҡортостан Башлығы янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен ҡәтғи контролдә тоторға ҡушты.
https://glavarb.ru/ba/news/event/30-apreldn-bashortostan-bilmend-yanyna-arshy-mahsus-rezhim-inderel/