

“Башҡортостан Республикаһында БДФ шаңдауы” махсус программаһы сиктәрендә спектаклдәр, нәфис һәм анимациялы фильмдар күрһәтеү, яҙыусылар һәм иллюстраторҙар менән ижади осрашыуҙар, шулай уҡ 60-тан ашыу ағартыу сараһы үтәсәк.
Өфө халҡыны һәм ҡунаҡтарыны Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Тверь, Омск, Ульяновск ҡалаларынан төрлө йылдарҙа Ҙур балалар фестивале лауреаты булған театрҙар ҡуйған 8 спектакль һәм Башҡортостан театрҙарының 6 постановкаһы тәҡдим ителәсәк.
Программаны Мәскәү Губерна театрының «Бәләкәй принц» (12+) музыкаль әкиәте аса. Төп ролдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһенә Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Безруков сыға.
Фестиваль афишаһына Ҙур балалар фестивале лауреаттары спектаклдәре инә:
- «Я, бабушка, Илико и Илларион» (12+) – «Йолдызлык» һәләтле балаларға һәм йәштәргә булышлыҡ итеү үҙәге (Ҡазан), режиссер Искәндәр Нуризянов,
«Каштанка» (6+) – Мәскәү ҡурсаҡ театры, режиссер Әмир Ерманов;
«Манолито Очкарик» (12+) – Ленин комсомолының ХХ йыллығы исемендәге Омск өлкә йәш тамашасылар театры, режиссер Анастасия Старцева;
«Вафельное сердце» (6+) – Санкт-Петербург «Кукольный формат (КУКФО)» театры, режиссер Анна Викторова;
«Людвиг XIV и Тутта единственная» (6+) – Тверь йәш тамашасы театры, режиссер Юлия Беляева;
«Школа для дураков» (16+) – И.А. Гончаров исемендәге Ульяновск драма театры, режиссер Артем Устинов;
«Приключения Рустема» (12+) – Ғабдулла Ҡарыев исемендәге Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасы театры, режиссер Тимур Кулов;
Башҡортостан театрҙарының спектаклдәре:
«Чудеса у Лукоморья» (0+) – Өфө «Нур» татар дәүләт театры, режиссер Эльмир Хәйертдинов;
«Аладдин» (6+) – М. Кәрим исемендәге Башҡортостан Йәштәр театры, режиссер Рөстәм Хәкимов;
«Играем Пушкина: Царевна-Лебедь» (6+) – М. Кәрим исемендәге Башҡортостан Йәштәр театры, режиссер Ольга Мусина;
«Руслан и Людмила» (6+) – Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, режиссер Ольга Шәрәфетдинова;
«Осоусы карап»(6+) – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, режиссер Фирғәт Ғарипов;
«Горе от ума» (16+) – Башҡортостан Рус дәүләт академия драма театры, режиссер Игорь Селин.
“БДФ Кино” һәм “БДФ Анимация” программаларында – ғаиләләр өсөн түләүһеҙ фильмдар. Тамашасыға Ҙур балалар фестивале лауреаты булған нәфис һәм анимациялы кинофильмдар тәҡдим ителәсәк. Улар оригиналь сюжет, тәрән йөкмәтке, профессиональ ҡуйылыш менән айырылып тора. Уларҙы ҡарарға килер алдынан теркәлеү үтергә кәрәк. Киноларҙы “Родина” кинотеатрында күрһәтәсәктәр.
“БДФ Китап” йүнәлешендә яҙыусылар Евгения Русинова, Юлия Весова, Ольга Лишина, иллюстратор Леся Уланова менән ижади осрашыуҙар буласаҡ һәм әҙәби оҫтаханалар эшләйәсәк. Программаны йүнәлештең спикерҙары һәм кураторы Марина Молявина менән осрашыу асып ебәрәсәк. Бөтә саралар Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтәсәк.
“БДФ Оҫтаханалар” программаһында 200 бала ҡатнашасаҡ. Вокал, сәхнә телмәре һәм дикция, актерлыҡ оҫталығы, ҡурсаҡ менән эш итеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен билдәле педагогтар үткәрәсәк.
Тармаҡта эшләгән профессионалдар өсөн “БДФ Белем биреү” программаһы тәҡдим ителәсәк. Маркетинг, мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлегенең хоҡуҡ һәм иҡтисади яҡтары тураһындағы лекцияларҙы 80 белгес тыңлаясаҡ.
“БДФ Мәктәп” йүнәлеше мәктәп театрҙарының һәм балалар театр студияларының 40 педагогына тәғәйенләнә. Методик семинарҙарҙы һәм тренингтарҙы Антон Ткаченко, Алина Кушим, Елена Дементьева үткәрәсәк.
Бөтә саралар түләүһеҙ, тик һәр береһенә алдан теркәлеү талап ителә.
Биш йыл эсендә программа Рәсәйҙең 16 төбәгендә үтте. Ул 2018 йылда Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Сергей Безруков инициативаһы менән үткәрелә башланы. Ҙур балалар фестивале “Ғаилә” милли проектына индерелгән һәм “Кесе Ватандың мәҙәниәте” федераль партия проектын үтәү сиктәрендә Президент мәҙәни инициативалар фонды һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы булышлығында ғәмәлгә ашырыла.
ФОТО: Фестиваль архивынан.
Сығанаҡ: Молодежная газета.