Йәнтөйәк
+15 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
26 Апреля , 15:10

Балалар фольклориадаһын кем асыр?

23–27 июндә Башҡортостанда III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы үтәсәк. Унда 80 төбәктән 1000-дән ашыу ҡатнашыусы киләсәк.

Балалар фольклориадаһын кем асыр?Балалар фольклориадаһын кем асыр?
Балалар фольклориадаһын кем асыр?

23–27 июндә Башҡортостанда III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы үтәсәк. Унда 80 төбәктән 1000-дән ашыу ҡатнашыусы киләсәк.

Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар өлгөлө ансамбле III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашасаҡ. Марафонды тәүге булып нәҡ улар асасаҡ.

Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар ҡурай ансамбле 2005 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында төҙөлә. Шул уҡ йылда мәктәптә ҡурай синыфы асыла.

2005–2010 йылдарҙа ансамблгә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Шафиҡов етәкселек итә.

2010 йылдан әлеге көнгәсә ансамблдең етәксеһе булып Башҡортостан Дәүләт ҡурайсылар ансамбле артисы Вәсил Баймырҙин эшләй.

Әлеге ваҡытта ансамблдә 22 уҡыусы шөғөлләнә. Төп составта – 11 кеше, әҙерлек составы ла бар.

Ансамбль республика конкурстарында, фестивалдәрҙә ҡатнаша, лауреатлыҡ яулай, ҡала һәм мәктәп сараларында сығыш яһай.

ФОТО: БР Республика халыҡ ижады үҙәге / матбуғат хеҙмәте.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Автор:
Читайте нас