Йәнтөйәк
+11 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
25 Апреля , 18:25

"Йөрәк ҡушыуы буйынса барам"

"Шрам" дрондар менән идара итеү өсөн өҫтәмә белемде Өфөлә алған. 

"Йөрәк ҡушыуы буйынса барам""Йөрәк ҡушыуы буйынса барам"
"Йөрәк ҡушыуы буйынса барам"

“Шрам” позывнойлы Башҡортостан яугире уҡыу курсынан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә БПЛА операторы итеп ебәрелә. Был хаҡта ул Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән интервьюһында һөйләгән. Махсус операция зонаһына барыр алдынан ул уҡыу үҙәгендә курстар үтә.

– Оператор тәжрибәм бар. Дрондар менән идара итеү өсөн өҫтәмә белемде Өфөләге уҡытыу үҙәгендә алдым. БПЛА операторы булып йөрәгем ҡушыуы буйынса барам. Унда беҙҙең кеүек белгестәр бик кәрәк, – ти “Шрам”.

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен теләгән һәр кем тулыландыра ала. Контракт махсус шарттарҙа бер йылға төҙөлә, шунан һуң запасҡа китеү мөмкинлеге бар. Өҫтөнлөк 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәргә бирелә, улар IT-ны яҡшы белергә тейеш. Хеҙмәт тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте 122 телефон номеры буйынса йәки яҡындағы хәрби комиссариатта белергә мөмкин.

Доброволецтар дистанцияла идара итеүҙең һәм мәғлүмәттәрҙе анализлауҙың заманса технологияларын үҙләштерәсәк, яңы пилотһыҙ платформаларҙы эшләүҙә һәм һынауҙа ҡатнашасаҡ, БПЛА-ны программалау, навигация һәм техник хеҙмәтләндереү буйынса махсуслаштырылған белем аласаҡ.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас