Йәнтөйәк
+6 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
25 Апреля , 03:20

Бәпембә яман шеш күҙәнәктәрен юҡ итә ала

Ғалимдар бәпембә тамырының яман шеш (рак) күҙәнәктәренә тәьҫире химия терапияһына ҡарағанда ла һөҙөмтәлерәк булыуын асыҡлаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәпембә яман шеш күҙәнәктәрен юҡ итә алаБәпембә яман шеш күҙәнәктәрен юҡ итә ала
Бәпембә яман шеш күҙәнәктәрен юҡ итә ала

Бәпембәнең шифаһы борон-борондан билдәле булған. Уның тамырынан сәй, дөрөҫөрәге, ҡәһүә эшләп эскәндәр.

Ғалимдар бәпембә тамырының яман шеш (рак) күҙәнәктәренә тәьҫире химия терапияһына ҡарағанда ла һөҙөмтәлерәк булыуын асыҡлаған.

Рецепты түбәндәгесә: ике йыллыҡ (сәтәкәй бармаҡ йыуанлыҡ) бәпембә тамырҙарын ҡаҙып алып, таҙалап йыуығыҙ. 1,5 – 2 сантиметр итеп киҫкеләп, табала йәки мейестә (духовкала) һарғылт-һоро төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырып алығыҙ. Һыуынғас, ошо ҡатнашманы ҡәһүә тарттырғыс аша үткәрегеҙ.

Ғәҙәти ҡәһүә кеүек яһап эсегеҙ. Әйткәндәй, тәме ысын ҡәһүәнән айырылмай тиерлек. Һөт өҫтәп эсергә лә мөмкин.

 

Автор фотоһы.  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2026-04-25/b-pemb-yaman-shesh-k-n-kt-ren-yu-it-ala-4665040
Автор:
Читайте нас