Йәнтөйәк
+8 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
24 Апреля , 15:15

Табиптарға – ике миллион һум

Ҡайһы табиптар һәм ҡайҙа аҡса алыу мөмкинлегенә эйә - түбәндәге яҙмала:

Табиптарға – ике миллион һумТабиптарға – ике миллион һум
Табиптарға – ике миллион һум

Башҡортостанда табиптарға ярҙам маҡсатында яңы программа ҡабул ителде. Ул 17 профилдәге табиптарға ҡағыла: акушер-гинекологтар, анестезиолог-реаниматологтар, хирургтар, кардиологтар, неврологтар, офтальмологтар, психиатрҙар, травматолог-ортопедтар, “ашығыс ярҙам” табиптары, стоматологтар һәм башҡалар.

Программа түбәндәге ҡалаларҙа тормошҡа ашырыла: Бәләбәй, Белорет, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы.

Табиптарға 2 миллион һум аҡса түләнә: ике йыл эсендә - 1-шәр миллион һум.

Вузды тамамлап беренсе тапҡыр эшкә төшкән, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән Башҡортостанға килгәндәр ҡатнаша ала. Килешеү буйынса 5 йыл эшләргә тейештәр.

Был Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында мөмкин булды.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:
Читайте нас