

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һыу баҫыуҙан зыян күргән Дағстан халҡы өсөн ярҙам йыйыуҙы ойошторорға ҡушҡайны. Унда һыу баҫыуға бәйле федераль кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Башҡортостандан Дағстанға йөк машиналары менән гуманитар ярҙам ебәрелде. Асҡындар ҙа был изге эшкә дәррәү ҡушылды.
Асҡын районы ағинәйҙәре, Хәлисә Ғәниәтова етәкселегендәге “Изгелек” ирекмәнлек клубы, М. Шайморатов исемендәге ирекмәнлек штабы ағзалары берҙәм булып, гуманитар ярҙам йыйҙы. Улар гигиена һәм тәү кәрәк-яраҡ әйберҙәр һатып алып, тартмаларға тултырып, гуманитар ярҙамды ебәрергә әҙерләне.
Илһөйәр Махатова.