

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы дәүләт наградаһы — «Рәхмәтле Башҡортостан халҡынан» миҙалы тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Уны кемдәргә тапшыралар:
❶ ирекле (волонтерлыҡ) һәм хәйриә эшмәкәрлек, махсус хәрби операция менән бәйле гуманитар һәм башҡа ярҙам (шул иҫәптән гуманитар йөк йыйыу һәм ташыу)өсөн;
❷ махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ иткән бурыстарҙы уңышлы үтәгән өсөн;
❸ махсус хәрби операция үткәреү зонаһында бурыстарҙы үтәгән өсөн.
Миҙал наградалар иерархияһында «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалынан юғарыраҡ һәм генерал Шайморатов миҙалынан түбәнерәк урын биләйәсәк.
Бүләк нейзильберҙан эшләнгән, ул түңәрәк, диаметры — 33 мм.
Алғы яғында — «БАШҠОРТОСТАНДЫҢ РӘХМӘТЛЕ ХАЛҠЫНАН — МХО — » тигән яҙыу. Ул георгий таҫмаһы менән, имән һәм лавр ботаҡтарының рельефлы һүрәте менән уратып алынған. Арҡа яғында яланғас шашка һүрәте һәм миҙалдың номеры.
Миҙалды Башҡортостан Республикаһы Башлығы йәки уның вәкиле тапшырасаҡ.
Указ 2026 йылдың 20 апрелендә баҫылған: vk.cc/cX18vN