

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу өсөн өҫтөнлөклө шарттар булдырған эш биреүселәр исемлеге төҙөлдө. Был башланғыс “Кадрҙар” (национальный проект “Кадры”) милли проекты маҡсаттарына тап килә.
Республика предприятиелары хәрби хәрәкәттәр ветерандарына 2500-ҙән ашыу эш урыны, шул иҫәптән инвалид граждандарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн 500 самаһы вакансия тәҡдим итә. Был хаҡта Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
– Инвалидлығы булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырған эш биреүселәр өсөн республикала бер төркөм ярҙам саралары бар. Мәҫәлән, инвалид һәр хеҙмәткәргә предприятие махсус эш урыны һәм уға ҡаршылыҡһыҙ инеү өсөн кәрәкле инфраструктура ойоштороу өсөн төбәк бюджетынан 100 мең һумға тиклем аҡса йәлеп итә ала, - тип һөйләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.
Дәүләт инвалид хеҙмәткәр өсөн эш урыны булдырғанда (махсус хәрби операция ветерандары өсөн - инвалидлыҡтың теләһә ниндәй төркөмөндә) эш биреүсегә ярҙам күрһәтә, шулай уҡ хеҙмәткә түләү сығымдарын өлөшләтә ҡаплай, 2026 йылда компенсация күләме бер ай эшләгән өсөн 40,6 мең һум тәшкил итә. Субсидияға заявка Рәсәй Федерацияһының Пенсия һәм социаль страховкалау фондына тапшырыла.
– 2025 йылда “Кадрҙар” милли проекты ярҙамында республикала 43 эш урыны, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн алты эш урыны булдырылды. 11 хәрби хәрәкәт ветеранын эшкә урынлаштырғанда эш биреүселәр хеҙмәт хаҡына сығымдарҙы ҡаплау өлөшөндә дәүләт ярҙамынан файҙаланды, - тип һөйләне министр.
Федераль һәм төбәк ярҙам саралары ла эш биреүселәр ихтыяжы өсөн белгестәрҙе сифатлы һәм оператив әҙерләргә ярҙам итә. Махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өҫтөнлөклө тәртиптә белем биреү сертификаттары ала. 2025 йылда 400-ҙән ашыу яугир һәм уларҙың яҡындары һөнәри белем биреүгә исемле документтар менән файҙаланған. Сертификаттың хаҡы 50 мең һум тәшкил итә.
Быйыл республика ярҙамында 700-гә яҡын кеше яңы һөнәр ала аласаҡ. Программала ҡатнашыу өсөн “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк, улар Башҡортостандың бөтә ҡалаларында һәм райондарында эшләй.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.