Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
23 Апреля , 10:45

Кескәйҙәр һоҡландырҙы

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығы алдынан Асҡын 2-се  балалар баҡсаһында өлкән һәм әҙерлек төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре араһында  йыр һәм сафта йөрөү буйынса смотр-конкурсы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кескәйҙәр һоҡландырҙыКескәйҙәр һоҡландырҙы
Кескәйҙәр һоҡландырҙы

Кескәй илһөйәрҙәр командаларҙы үтәү,  сафта килешеп эш итеү, хәрби йырҙарҙы башҡарыу буйынса үҙ оҫталығын күрһәтте.

Һәр отряд командирына  үҙенең формаһын, телмәрен, йырын һәм рапортын тәҡдим итте.

Смотрҙа "Осоусылар" һәм "Йәйәүлеләр"—  өлкән төркөмдәр отрядтары,

«Танкистар» һәм «Сик һаҡсылары» әҙерлек төркөмдәре отрядтары ҡатнашты.

Балалар көнкөрсҡа етди әҙерләнгән: һуғыш йылдары йырҙарын ятлаған, рәт-рәт тигеҙләнергә һәм атларға өйрәнгән. 

Смотр Ватаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ һәм ветерандарҙың ҡаһарманлығына хөрмәт мөхитендә  үтә.

 Конкурс һөҙөмтәһе буйынса   "Тамсыҡай" өлкәндәр   төркөмөнән  "Осоусылар" отряды һәм   "Йылмайыу" әҙерлек  төркөмөнән  "Танкистар" отряды беренсе урын яуланы.

 

Был командалар иртәгә  йыр һәм сафта йөрөү муниципаль смотрында ҡатнашасаҡ. Уларға уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!

 

 

Кескәйҙәр һоҡландырҙы
Кескәйҙәр һоҡландырҙы
Кескәйҙәр һоҡландырҙы
Кескәйҙәр һоҡландырҙы
Кескәйҙәр һоҡландырҙы
Кескәйҙәр һоҡландырҙы
Кескәйҙәр һоҡландырҙы
Кескәйҙәр һоҡландырҙы
Кескәйҙәр һоҡландырҙы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас