Йәнтөйәк
+6 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
22 Апреля , 08:45

Йәш таланттар бер сәхнәлә

Район Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә сағыу һәм шул уҡ ваҡытта мөһим ваҡиға — мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙың театр коллективтары араһында “Театраль серпантин” фестиваль-конкурсы уҙҙы. Әлеге сара “Ижади лабораториялар” циклы сиктәрендә ойошторолоп, һуңғы йылдарҙа күркәм йолаға әйләнде. 2022 йылдан башлап үткәрелгән фестиваль йылдан-йыл киңәйә, ҡатнашыусыларҙы ла, тамашасыларҙы ла үҙенә күберәк йәлеп итә.

Йәш таланттар бер сәхнәләЙәш таланттар бер сәхнәлә
Йәш таланттар бер сәхнәлә


Быйылғы фестиваль мөһим темаларға — Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына бағышланды. Был йүнәлештәр сәхнә әҫәрҙәрендә лә асыҡ сағылыш тапты: сығыштар туған телдә яңғыраны, халыҡ әкиәттәре сәхнәләштерелде, дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам һәм ғаилә ҡиммәттәре темалары күтәрелде.
Конкурста барлығы 16 коллектив ҡатнашты: шуларҙың 13-ө мәктәп, өсөһө мәктәпкәсә учреждениелар. “Шатлыҡ”, “Йәш таланттар”, “Фантазерҙар”, “Умырзая”, “Водевиль” “Семицветик”, “Дуҫлыҡ нурҙары” һәм башҡа коллективтар тамашасыға 25 минутҡа тиклем дауам иткән мини-спектаклдәр тәҡдим итте. Тамашасылар һәр сығышты йылы ҡабул итеп, алҡыштарға күмде.
Конкурс нәтижәләре буйынса Гран-приға Түбән Һикеяҙ урта мәктәбенең “Шатлыҡ” балалар театры лайыҡ булды. Мәктәп коллективтары араһында 1-се дәрәжә лауреат исемен “Театраль донъя” (Иҫке Балтас балалар ижады үҙәге) берекмәһе яуланы, 2-се урын — “Йәш таланттар” (Иҫке Балтас башланғыс мәктәбе) театрына, 3-сө урын “Умырзая” (Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбе) һәм “Тамсылар” (Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбе) коллективтарына бирелде.
Мәктәпкәсә йәштәге коллективтар араһында еңеүсе булып “Белоснежка” балалар баҡсаһының “Дуҫлыҡ нурҙары” коллективы танылды. 2-се урында — “Семицветик” (“Миләшкәй” балалар баҡсаһы), 3-сө урында — “Ләйсән тамсылары” (Түбән Һикеяҙ ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһы) коллективтары.
“Театраль серпантин” фестивале балалар театрының бөгөн дә әүҙем үҫешеүен, ә йәш быуындың ҙур теләк менән сәхнәгә сығыуын иҫбатланы. Бындай саралар балаларға үҙҙәрен күрһәтеү, сәхнә тәжрибәһе туплау һәм берҙәм команда булып эшләү өсөн ҙур мөмкинлектәр аса.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Йәш таланттар бер сәхнәлә
Йәш таланттар бер сәхнәлә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас