

Йыйын эшендә Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, Башҡортостан Республикаһы Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы кәңәшсеһе Рөстәм Баянов, билдәле тарихсы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев, Табын ырыуҙары берләшмәһе башлығы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнил Ҡоҙаҡаев, тыуған яҡты өйрәнеүсе, ДНК һәм генеалогия буйынса эксперт, “Башҡорт ырыуҙары тарихы” күп томлыҡ китабы авторҙарының береһе Альберт Кәримов, яҙыусы, сатирик, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Марсель Сәлимов ҡатнашты.
Редакция эше
менән таныштылар
Йыйында ҡатнашыусылар тәүҙә Ҡариҙел мәғлүмәт үҙәгендә булып, район тормошон яҡтыртыусы һәм халҡыбыҙ традицияларын сағылдырыусы медиаүҙәк эше менән танышты. Ҡунаҡтар редакцияның архив материалдарын ҡыҙыҡһынып ҡараны. Был документтар күп йылдар дауамында гәзиттең район тарихын сағылдырыуын, киләсәк быуын өсөн мөһим ваҡиғаларҙы һәм хәтирәләрҙе һаҡлап ҡалыуын асыҡ күрһәтә. “Түңәрәк өҫтәл”дә дауам иткән осрашыуҙа ҡатнашыусылар ҙа үҙҙәренең тәьҫораттары һәм уйҙары менән уртаҡлашты. Марсель Сәлимов редакция эше тураһында йылы һүҙҙәр әйтте.
— Район тормошо “Ҡариҙел” гәзитендә сағылыш таба. Уҡыусылар өсөн материалдарҙы шулай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы итеп бирәһегеҙ. Тыуған яҡты өйрәнеү, ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт, күп балалы ғаиләләр тарихы, яҡташтарҙың уңыштары, махсус хәрби операция темалары бигерәк тә күңелгә ятышлы. Бындай баҫманы ҡәҙерләргә һәм һәр ваҡыт уға ярҙам итергә кәрәк. Сөнки район гәзите яңылыҡтар сығанағы ғына түгел, ул халыҡ араһында бәйләүсе еп, уларҙың уртаҡ хәтере һәм үҙ иле өсөн ғорурлығы, — тине ул.
Балалар баҡсаһында
булдылар
Артабан ҡунаҡтар Ҡариҙел 4-се балалар баҡсаһында полилингваль төркөм эшмәкәрлеге менән танышты, балаларға тәрбиә һәм белем биреүҙә заманса алымдарҙың мәҙәни традицияларға һәм күп теллелеккә таянып тормошҡа ашырылыуын күрә алды. Балалар тәрбиәселәре Зөлфирә Мәхмүтова һәм Алһыу Ғилуанова етәкселегендә ҡунаҡтар иғтибарына “Бишек — ҙур донъяға ишек” исемле тамаша күрһәтте. Йыйын ҡунаҡтары балалар баҡсаһы мөдиренә һәм бөтә коллективҡа ҙур рәхмәт еткерҙе.
Китапханала фекер алыштылар
Район Үҙәк китапханаһында “Китапхана урындағы тарихты өйрәнеү үҙәге: Унлар, Йәлдәк, Балыҡсы ырыуҙары башҡорттарының мираҫы менән эшләү тәжрибәһе” тигән темаға ойошторолған “Тере диалог”та тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа һәм уны йәш быуынға тапшырыуҙа китапханаларҙың роле тураһында фекер алыштылар. Сара ҡунаҡтарын күп быуатлыҡ тарихты һәм традицияларҙы сағылдырған Унлар ырыуы шәжәрәһе менән дә таныштырҙылар.
Ҡунаҡтар китапхананың яңыртылған китап фондтарын ҡыҙыҡһынып ҡараны, уҡыу һәм эшләү өсөн уңайлы зоналар, интерактив ҡорамалдар менән танышты. Марсель Сәлимов учреждение фондына “Тауыҡ көлкөһө” китабын тапшырҙы.
(Аҙағы. Башы 1-се биттә).
— Был китап Ҡариҙел районы халҡы араһында үҙенең уҡыусыһын табыр, тип ышанам, — тине автор. Китапханаларыбыҙҙа мәҙәни мираҫты һаҡларға һәм арттырырға ярҙам иткән туған телдәрҙәге әҫәрҙәр булыуы бик мөһим.
Ырыу советы кәңәшләште
Ҡариҙел 1-се урта мәктәбендә Унлар ырыуының совет ултырышы үтте. Унда ҡатнашыусыларҙы Табын ырыуы берләшмәһе башлығы Фәнил Ҡоҙаҡаев, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, Унлар ырыуы советы рәйесе (ҡор башы) урынбаҫары Әлиә Камалиева сәләмләне. Ултырышта райондарҙан һәм күрше төбәктәрҙән килгән делегаттар ҡатнашты. Президиум берләшмәнең үткән осорҙағы эшенә йомғаҡ яһаны, һәр ҡатнашыусы үҙенең тәҡдимдәрен һәм идеяларын әйтте, һөҙөмтәлә съезд резолюцияһы ҡабул ителде. Ултырыштың мөһим һөҙөмтәһе булып Унлар ырыуы советының яңы составы раҫланды. Регина Бүләкова бер тауыштан ырыуҙың ҡор башы итеп һайланды, шулай уҡ уның урынбаҫарҙары билдәләнде. Йыйында ҡатнашыусылар ҡабул ителгән ҡарарҙар ырыу вәкилдәре араһында бәйләнештәрҙе нығытырға, бай мәҙәни мираҫты һаҡларға һәм уны киләсәк быуындарға тапшырырға ярҙам итер, тигән ышаныс белдерҙе.
Ултырыштан һуң сараны Ҡариҙел ауылының «Серҙәштәр» фольклор коллективы башҡарыуында сығыштар дауам итте. Коллектив етәксеһе Зилә Рәхмәтова тамашасыларға Унлар башҡорттарының милли кейемдәре коллекцияһын тәҡдим итте. Ул традицион кейемде һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Бергәләп диктант яҙҙылар
Рухлы сара Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейем көнө һәм «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» белем биреү акцияһы менән тап килде. Был көндө мәктәптең тамаша залында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу өсөн майҙансыҡ ойошторолдо. Съезд делегаттары ғына түгел, муниципаль, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, урындағы депутаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре, махсус хәрби операция ветерандары ла акцияға ҡушылып, диктант яҙҙы. Башҡортостан Республикаһы Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы кәңәшсеһе Рөстәм Баянов район халҡының әүҙемлеген билдәләне һәм акцияны хуплаусыларға рәхмәт белдерҙе. Мәҙәни съездың тел инициативаһы менән берләштерелеүе Башҡортостандың этномәҙәни мираҫын һаҡлау эшендә традицияларҙың һәм хәҙерге замандың бер-береһен нисек гармониялы тулыландыра алыуын күрһәтте.
Йыйындың пленар өлөшө
Сара район Мәҙәниәт йортонда дауам итте. Делегаттарҙы һәм ҡунаҡтарҙы фольклор коллективтар һәм «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле ҡаршы алды. Мәҙәниәт йортоноң беренсе һәм икенсе ҡатында «Унлар еренең ғорурлығы» тип аталған бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолғайны. Бында делегаттар Унлар ырыуының күренекле вәкилдәренең фотоһүрәттәрен, урындағы оҫталарҙың ҡул эштәрен ҡараны, шәжәрәләре менән яҡынданыраҡ танышты.
Пленар өлөштә ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, Рөстәм Баянов сәләмләне. Рөстәм Сәлим улы халыҡ тарихын һаҡлауҙың мөһимлеген, сараның юғары дәрәжәлә ойошторолоуын билдәләне һәм урындағы йәмәғәт ойошмаларының иң әүҙем ағзаларын тәбрикләне. Артабан ғалимдар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, фольклорсылар, журналистар, шулай уҡ башҡа район һәм төбәк вәкилдәре сығыш яһаны.
— Съезд эшендә ҡатнашыуыма шатмын, — тине Яҡуп ауылы имам-хатибы Зиннур Шамов. — Үткәндәрҙе онотмау, мәҙәни мираҫыбыҙҙы йәш быуынға тапшырыу — оло сауап. Мин Унлар ерендә тыуыуым һәм ата-бабаларым ҡалдырған тарихым менән ғорурланам. Үҙ нәҫелеңде белергә, яратырға һәм ҡәҙерләргә кәрәк.
Таланттарға бай төбәк
Йыйын үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусыларҙың бай йөкмәткеле концерты менән тамамланды. Башҡорт эстрадаһының билдәле йырсыһы, республика һәм төбәк-ара конкурстар лауреаты Илнур Миһмановтың сығышы ҡариҙелдәргә байрам бүләге булды. Изге йола буйынса съезд Унлар ырыуы гимны менән тамамланды.
Рухи ҡиммәттәр нығынды
Бай йөкмәткеле сара Унлар вәкилдәренең осрашыуы ғына түгел, ә ысын берҙәмлек, хәтер һәм мәҙәни мираҫ байрамы булды. Ҡатнашыусылар ырыуҙың үҙенсәлеген һаҡлау өҫтөндә эшләргә, милләт-ара татыулыҡты нығытырға, рухи ҡиммәттәрҙе киләсәк быуындарға тапшырырға, райондар һәм йәмәғәт берләшмәләре араһында хеҙмәттәшлекте үҫтерергә әҙер булыуын раҫланы. Йыйын йәнә бер тапҡыр башҡорт халҡының тарихын, телен һәм йолаларын һаҡлау маҡсатында берләшеүҙең мөһимлеген күрһәтте.
Марат Бүләков.