

Яңырыш иң тәүҙә күҙгә күренерлек үҙгәрештәрҙән башлана. Учреждениелар өсөн уңайлы мебель һәм заманса техника һатып алынған. Сәхнә сәнғәтенә айырым иғтибар бирелә: ижади коллективтар өсөн өр-яңы уйын ҡоралдары ла ҡайтарылған, авторлыҡ сәхнә костюмдары тегеүгә килешеүҙәр төҙөлгән. Быларҙың барыһы ла түңәрәктәр, ансамблдәр эшмәкәрлеген яңы дәрәжәгә күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Дамир Хәмәтов билдәләүенсә, әлеге проект — ябай яңыртыу ғына түгел, ә тәрән йөкмәткеле үҙгәрештәр башланғысы.
— “Ғаилә” милли проектында ҡатнашыу — беҙҙең өсөн ҙур аҙым. Беҙ йыһаздарҙы алмаштырып ҡына ҡалмайбыҙ, ә ғаилә ялына йәлеп итерлек мөхит тыуҙырабыҙ. Маҡсатыбыҙ — мәҙәниәт йорттарын традициялар һаҡлана һәм шул уҡ ваҡытта яңы эш алымдары индерелә торған үҙәктәргә әйләндереү, — тип билдәләне ул.
Ысынлап та, яңыртылған мәҙәниәт усаҡтары төрлө быуын вәкилдәрен берләштереүсе майҙансыҡҡа әүерелергә тейеш. Бирелә балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә үҙенә ҡыҙыҡлы шөғөл табасаҡ, уртаҡ сараларҙа ҡатнашасаҡ.
Бынан тыш, район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә мөмкинлектәр лә тыуҙырыла. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты ярҙамында район Мәҙәниәт һарайына “Lada Largus” автомобиле тапшырылған. Принтер, ноутбук һәм өҫтәмә костюмдар алынған. Шулай уҡ бер нисә ауыл клубына матди-техник базаны яңыртыу буйынса ярҙам күрһәтелгән.
— Хәҙер мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә эшләү күпкә уңайлыраҡ буласаҡ. Улар район Мәҙәниәт һарайында, ауыл клубтарында концерттарҙы юғарыраҡ дәрәжәлә ойоштора аласаҡ. Яңы машина ярҙамында республика сараларына сыға аласаҡ, башҡа төбәктәр менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге киңәйәсәк, — тип әлеге яңылыҡтарҙың әһәмиәтен билдәләне район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ғаилә” милли проекты 2025 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме менән старт алды һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға йүнәлдерелде. Ә мәҙәниәт өлкәһен яңыртыу — шул маҡсатҡа ирешеү өсөн мөһим ҡоралдарҙың береһе.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.