Йәнтөйәк
+6 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
22 Апреля , 09:00

Каринаның хыялы тормошҡа аша

Карина Бабичева Бөрө ҡалаһының 9-сы урта мәктәбендә 7-се Г класында уҡый. Тик “бишле” билдәләренә өлгәшеүсе, төрлө кимәлдәге конкурс һәм олимпиадаларҙа еңеү яулаусы ҡыҙ күптән түгел "Артек" лагерында ял итә.

Каринаның хыялы тормошҡа ашаКаринаның хыялы тормошҡа аша
Каринаның хыялы тормошҡа аша


Каринаның төп терәге – уның ғаиләһе. Әсәһе Эльвира Игоревна Бөрө ҡалаһында тыуып үҫкән, ә атаһы Альберт Рәдиф улы Яр Саллы ҡалаһынан. Башҡорт милли әҙәбиәте классигы, шағир Шәйехзада Бабич нәҫеленән. Каринаның үҙенән өс йәшкә кесе Зарина исемле һеңлеһе бар.
Карина бәләкәйҙән белем алыуға һәм ижади һәләтен үҫтереүгә ынтылышы булыуын күрһәтә. Һәр дәрестән яңы мәғлүмәт алырға тырыша, шуға ла тик “бишле” билдәләренә өлгәшә.
2021 йылдан һүрәт төшөрөү менән мауыға һәм Бөрө музыка һәм сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә башлай. Оҫта ҡуллы ҡыҙ һүрәт төшөрөүҙән тыш төрлө биҙәүестәр, уйынсыҡтар яһарға ярата. Биш йыл эсендә уның тәбиғәттән бирелгән һәләтенә ҡушып, ныҡышмалылыҡ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлек сифаттары тәрбиәләнә. Һөҙөмтәлә төрлө олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашып, йыш ҡына призер йәки еңеүсе була. Уның ҡаҙаныштары халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика кимәлендәге ярыштарҙың дипломдары һәм грамоталары менән баһалана. Шулай уҡ Каринаның эше һәм уның тураһында мәғлүмәт “Бөйөк Еңеү Геройҙары” Бөтә Рәсәй әҙәби конкурс эштәре йыйынтығында баҫылып сыҡты.
Мәрхәмәтле ҡыҙ йөрәк йылыһын бесәйҙәргә лә йәлләмәй. Айырым бер ихласлыҡ, яратыу менән уларҙы ҡарай, ашата.
Карина Екатеринбург ҡалаһында үткән «Арт Навигатор» Бөтә Рәсәй йәш таланттар форумына бүләкләнеүгә лә барҙы. Әммә ҡыҙҙың иң ҙур теләге легендар «Артек» лагерына эләгеү була. Донъяның төрлө ҡитғаларынан иң әүҙем һәм иң һәләтле балалар йыйылған лагерҙы күреү һәм унда ял итеү, тиҫтерҙәре менән танышыу уйы бер ваҡытта ла ташламай. Карина 12 тапҡыр ғариза бирә, ләкин балдары етмәү сәбәпле, ғаризаһын ҡабат-ҡабат кире ҡағалар. Әммә ул бирешә торғандарҙан түгел. Конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашыуын дауам итә һәм яңынан-яңы ҡаҙаныштар туплай. Уның сабыр һәм үҙ өҫтөндә ныҡышмал эшләүе быйыл үҙенең татлы емешен бирҙе. Тырыш ҡыҙҙың маҡсаты тормошҡа аша: уның портфолиоһы «Артек»ка юллама алыу кимәленә етә!
Карина «Диңгеҙ» лагерына «Рәсәйгә хеҙмәт итәм» сменаһына эләгә. Сәфәрҙән алған тәьҫораттарынан һаман арына алмай, тойғоларын да йәшермәй ул: “Хис-тойғоларым көтөлгәндән артыҡ һәм һүҙ менән генә аңлатып бөтөрлөк түгел. Әгәр туғандарымды һағынмаһам, үҙемдең бәләкәй Ватанымды шул тиклем яратмаһам, мәңгегә шунда ҡалыр инем”, – ти ул.
«Артек»та кисергән күңелле мәлдәр Каринаның күңелендә мәңге һаҡланыр. Уның маҡсатына ирешеү тарихы тиҫтерҙәре өсөн таланттың, тырышлыҡтың һәм алға ынтылыштың мотлаҡ юғары ҡаҙаныштарға алып киләсәген күрһәтеүсе матур өлгө булып тора.

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө ҡалаһы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас